Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан Геройҙары” исемле республика кадрҙар программаһын иғлан итте. Унда махсус хәрби операциялағылар һәм демобилизацияланғандар ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Геройҙар дәүере” проектын киңәйтеү, шул иҫәптән төбәктәрҙә ошондай башланғыстарҙы булдырыу тураһында маҡсат ҡуйғайны. Был кадрҙар проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ветерандарҙы уҡытыуға йүнәлтелде.
Февралдә старт алған “Башҡортостан геройҙары” программаһы был башланғыстың уңышлы өлгөһө. Махсус хәрби операция яугирҙәре араһынан идара итеү кадрҙары әҙерләнәсәк. “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар конкурс нигеҙендә билдәләнәсәк. Һайлап алынып, уларға төбәк етәкселәре араһынан шәхси остаздар тәғәйенләнәсәк.
Йәнтөйәгебеҙҙең ҡыйыу улдарының береһе, махсус хәрби операция ветераны, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай ИЛЬЯСОВ менән әңгәмәбеҙ ошо яңылыҡҡа ҡағылышлы һорауҙан башланып китте.
– Юлай Талха улы, яуҙан ҡайтҡандар араһында идара итеүгә оҫталығы булғандар өсөн тыуҙырылған был мөмкинлеккә нисек ҡарайһығыҙ?
– Хәрби хеҙмәт ауырлыҡтары аша үткән кеше генә яугирҙәрҙең, яралы һалдаттарҙың, уларҙың туғандарының, яҡындарының хәлен аңлай ала. Яу ерендә булмайынса уларҙың проблемаларын күңелең аша үткәреп булмайҙыр.
Шул уҡ ваҡытта тағы ла бер нимәне күҙ уңында тотоу мөһим. Идара итеү тәжрибәһе булған, психологик яҡтан тотороҡло ветерандар ғына власта эшләй ала. Минең фекеремсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар мөмкин тиклем киңерәк барлыҡ власть органдарында хеҙмәт итергә тейеш. Еңеүҙән һуң йәмғиәтебеҙ алдында яугирҙәрҙе реабилитациялау, социаль яраҡлаштырыу, уларҙы тыныс тормош шарттарына ҡайтарыу мәсьәләһе килеп тыуа. Был һорауҙарҙы һөҙөмтәле итеп башҡарып сығыу өсөн идара итеүҙә хәрби хәрәкәттәрҙә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тәжрибәһе булғандар кәрәк буласаҡ.
–Юлай Талха улы, үҙегеҙ махсус хәрби операцияға барыу тураһында алдан оҙаҡ уйландығыҙмы һәм быға нимә этәрҙе? Яҡындарығыҙ был туралағы хәбәрегеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Махсус хәрби операция һәр кемдең күңеленә йөй булып уйылып, бөгөнгө көндә лә тыныслыҡ бирмәйҙер. Егеттәребеҙҙе мобилизация буйынса оҙатыу менән, посылкалар, гуманитар ярҙам йыйып, улар янына хәрби күнекмәләр урындарына юлландыҡ. Шул ваҡыттан яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды. Һуңынан махсус хәрби операциялағы егеттәр янына барыу, улар менән аралашыу мөмкинселеге лә булды. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән дә күрешеп торҙоҡ. Ошо һалдаттар рәтенә баҫыу, улар янында булыу, дошманды еңеүгә үҙ өлөшөмдө индереү теләге күптән күңелдә бар ине. Республика Башлығының ризалығын алғас, БАРС (Боевой армейский резерв страны) ойошмаһы менән контракт төҙөп, хәрби хеҙмәт юлын башланым. Тормош иптәшем, яҡындарым был ҡарарымды хупланылар, сөнки мин хәл иткән инем инде.
– Үҙегеҙ тураһында тулыраҡ һөйләһәгеҙ ине. Тамырҙарығыҙ менән ҡайһы яҡтан? Патриотизм тойғоһо ҡайҙан килә?
– Сығышым менән Ейәнсура районы Юнай ауылынан. Бала саҡта ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп, ошо ҡалала урта белем алдым. Шулай ҙа олатай-өләсәй янына Юнай ауылына йыш ҡайтып йөрөнөк. Әле лә форсат тейһә, ауылға ҡайтып, көс, илһам алып киләбеҙ. Ошо була ла инде патриотизм. Көйөргәҙе ере икенсе Ватаным тип әйтһәм дә яңылышмайым. Ҡайҙа барһам да Көйөргәҙе һауаһын, халҡын һағынып ҡайтам. Ошо райондың артабанғы үҫеше, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өҫтөндә хакимиәт командаһы, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән бергә эш алып барабыҙ.
– Йәш саҡта армияла хеҙмәт иттегеҙме? Уның ярҙамы махсус хәрби операцияла тейҙеме?
–Хәрби бурысымды 1987-1989 йылдарҙа төҙөлөш батальонында үттем. Әрме – ул тормош мәктәбе, әрме сыныҡтыра, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтә, патриотик рухты нығыта. Ҡайҙа йөрөһәм дә уның ярҙамын тоям.
– Махсус хәрби операцияла күпме ваҡыт булдығыҙ һәм ул тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеме?
– 2023 йыл ноябрь аҙағында Рәсәй Федерацияһының оборона министрлығының БАРС ойошмаһы менән контракт төҙөгәйнем. Тәүҙә ярты йылға, унан тағы ла ярты йылға оҙайтып, бер йыл хеҙмәт иттем. Әлбиттә, махсус хәрби операциянан һуң тормошҡа ҡараш ҡырҡа үҙгәрә. Ундағы халыҡтың еңел булмаған тормошон, емереклек, атыш аҫтындағы йәшәйешен күреп ҡайтҡас, районда юл, төҙөлөш һәм башҡа проблемалар бөтөнләй ваҡ булып күренә. Сөнки бында тыныс тормош, атыш-шартлау, үлтереш юҡ, һәр кем үҙ мәшәҡәте менән донъя көтә. Тыныслыҡта ғүмер итеү иң мөһиме икән ул. Әлбиттә, урындағы халыҡты борсоған мәьсәләләрҙе беҙ яйлап хәл итәбеҙ, тырышабыҙ.
– Махсус хәрби операцияға юлланырға теләүселәргә ветеран булараҡ ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ? Ундағы яугирҙәрҙән тәүге сиратта ниндәй сифаттар талап ителә?
– Байтаҡ егеттәр ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Махсус хәрби операцияға юлланған егеттәр – улар беҙҙең геройҙар. Тик ҡыйыуҙар, көслөләр генә ил алдында булған бурыстарын үтәргә бара. Әлбиттә, унда саҡта яугирҙе ҡурҡыу хисе лә биләп ала һәм был нормаль күренеш. Ошо ҡурҡыныс ваҡытта үҙеңде ҡулда тотоу, һалҡын аҡыл менән эш итеү мөһим. Беҙ һәммәбеҙ ҙә Аллаһы Тәғәлә бәндәләре. Маңлайыбыҙға нимә яҙылған, шулай була. Минеңсә иң мөһиме, һалдаттарға яҡындарының ышанысы һәм өмөтө кәрәк. Әгәр ҙә тылда ихлас ярҙам булһа, яҡындары доғаларын уҡып, уларға ныҡлы терәк булып торһа, был яугирҙәргә көс бирә.
– Һуғыштан ҡайтһағыҙ ҙа ундағы яугирҙәр менән бәйләнеш юғалмайҙыр. Һалдаттарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән районда нимәләр эшләнә?
– Бергә хеҙмәт иткән һалдаттар менән дә, мобилизация буйынса, үҙ теләктәре менән яу яланына юлланған егеттәр менән дә тығыҙ бәйләнештә мин. Райондан ниндәй ярҙам кәрәк, улар миңә, гуманитар ярҙамды ойоштороп, тапшырған ирекмәндәргә яҙып торалар. Уларҙың һорауҙары буйынса гуманитар ылау туплайбыҙ. Ойошма етәкселәре, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, ябай халыҡ көсө менән ярҙам йыйыла. Ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ. Ауыл биләмәләрендә халыҡ маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәрен эшләй.
Ғинуар башында ғына ирекмәндәр тағы ла бер гуманитар ылауҙы һалдаттарға алып барып, тапшырып ҡайтты. Эш туҡталғаны юҡ. Әлеге ваҡытта сираттағы ярҙамды йыйыу өҫтөндә эш алып барабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн, ил саҡырғанда Ватаныбыҙға терәк була белгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ғаиләһенең генә түгел, илененең ышаныслы ҡалҡаны булған һеҙҙең кеүек ир-егеттәр йәмғиәтебеҙ ғорурлығы.
Фотолар Юлай Ильясовтың шәхси архивынан.
Көйөргәҙе районы.