Геройҙар дәүере
7 Февраль 2025, 12:00

Олатай “Урал”ын алғы һыҙыҡҡа оҙатты

Һуңғы осорҙа эшһеҙ торған транспорт сараһының яугирҙәргә файҙа килтереүен  бик теләй  72 йәшлек аҡһаҡал

Олатай “Урал”ын  алғы һыҙыҡҡа оҙаттыОлатай “Урал”ын  алғы һыҙыҡҡа оҙатты
Олатай “Урал”ын алғы һыҙыҡҡа оҙатты

Бөгөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙмаған кеше юҡ. Пенсионерҙар ҙа, балалар ҙа был дөйөм эштән ситтә ҡалмай. Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылында йәшәгән Римза һәм Әнис Ғарифуллиндар ғаиләһе үҙҙәренең “Урал” мотоциклын яугирҙәргә бирергә ҡарар итте.Техника хәрбиҙәргә яу яланында файҙалы булыр, еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итер, тип иҫәпләй улар.

Ғарифуллиндар ғүмерҙәре буйына электр селтәрҙәрендә эшләгән. Уларҙың дөйөм стажы 75 йыл тәшкил итә. Өс ҡыҙ тәрбиәләп, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Һәр береһенең татыу ғаиләһе бар, бөтәһе лә хеҙмәт итә. Ҙур ғаилә өлкән ҡыҙҙары Ләйсәндең  махсус хәрби операция зонаһындағы тормош иптәше өсөн  борсолоп йәшәй, уның тиҙерәк еңеү менән тыуған йортҡа әйләнеп ҡайтыуын көтә. Ғарифуллиндар Ватанды һаҡлауға лайыҡлы өлөштәрен индереүҙе үҙ бурысы итеп иҫәпләй.Элек ғаилә башлығы мотоциклды хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа йыш ҡулланған. Хәҙер ул йәйәү йөрөүҙе хуп күрә, ”Хәрәкәт – ул йәшәү”, тиергә ярата, тип яҙа район гәзите.

 “Урал” үҙенең ышаныслы булыуы, ҡаршылыҡтарҙы еңел үтә алыуы менән билдәле. Алғы һыҙыҡта мотоциклдар боеприпастар ташыу, яралыларҙы илтеү, разведка өсөн бик ҡулайлы. Һуңғы осорҙа эшһеҙ торған транспорт сараһының яугирҙәргә файҙа килтереүен  бик теләй 72 йәшлек аҡһаҡал.

 

Фото:https://karaidel.site/news/actualnoe/2025-02-06/zhitel-karaidelskiy-sela-baykibashevo-otpravil-svoy-mototsikl-na-svo-4111237

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас