Геройҙар дәүере
9 Февраль 2025, 06:00

Тәүҙә ҡурҡыныс ине...

 Хәҙер өйрәндем, ти МХО-ла ҡатнашҡан 26 йәшлек ҡыҙ.

Тәүҙә ҡурҡыныс ине...Тәүҙә ҡурҡыныс ине...
Тәүҙә ҡурҡыныс ине...

Яңауыл районында тыуып үҫкән «Тигр» позывнойлы ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙ уҙған йылдың октябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Быға тиклем ул социаль өлкәлә эшләй, ирекмәнлек эшмәкәрлеге һәм грант проектын тормошҡа ашырыу менән әүҙем шөғөлләнә, йәштәр форумдарында ҡатнаша.

Тәүҙә ҡыҙ госпиталдә медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Хәҙер ул хәрби частарҙың координаторы булып хеҙмәт итә.

Ҡыҙҙың әйтеүенсә, башта ҡурҡыныс булған, әммә хәҙер ғәҙәти тормошҡа өйрәнгән, хатта урман тормошо оҡшай ҙа башлаған. Әммә ул хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә хәүефтең, шул уҡ тыл госпитале менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ булыуын яҡшы аңлай. Күптән түгел ул дошман дронына тап була. Бәхеткә күрә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, зыян күрмәй.

«Тигр» «СВО ҡатнашыусыһы» миҙалы менән бүләкләнгән.

Афарин, Яңауылдың батыр ҡыҙы!

Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас