Ирле-ҡатынлы Ғәфүровтар Бишбүләк районында тыуып үҫһә лә, яҙмыш ҡушыуы буйынса уларға Бәләбәй районында нәҫел тамырҙарын ебәрергә тура килгән. Улар өс ул тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иткән. Өсөһө лә хәрби хеҙмәттә булған, Бәләбәйҙә йәшәһәләр ҙә, вахта ысулы менән Себерҙә эшләйҙәр. Егеттәрҙең олаталары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр, балаларына Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй алғандар. Ғәфүровтарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан туғандары ла бар, пенсионерҙарҙың уларҙы уйлап иҫкә алмаған, борсолмаған көнө юҡ.
–Тәүге көндән үк егеттәргә нисек ярҙам итеү тураһында уйландым. Туҡмас ҡырҡтым, окоп шәмдәре эшләү менән ҡыҙыҡһындым. Тәүге шәмдәр ҡабын 2023 йылда ауыл советына илттем, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Сәлимә Ғаяз ҡыҙы. – Тик был мөһим шөғөлөмдө аҙаҡ ирем минән “тартып алды”.
Ғүмәр Барый улы хәҙер был эштең алыштырғыһыҙ маһиры. Ҡатырға ҡаптар эҙләп таба, халыҡтан ҡалай банкалар йыя. Парафин алырға улдары ла, ауылдаштары ла ярҙам итә. Ғинуар айында ғына ул 350 шәм эшләгән. 2023 йылда Приютта маскировкалау селтәре үреү пункты асылғас, Сәлимә Ғәфүр ҡыҙы тәүгеләрҙән булып унда эшләй башлай.
–Тәүге селтәрҙе бәйләп бөткәс, нисек шатланғаныбыҙҙы белһәгеҙ ине! Хәҙер һәр әҙер селтәр менән үҙебеҙҙә еңеләйеү тоябыҙ, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ бит, тип ҡыуанабыҙ, – ти Сәлимә Ғаяз ҡыҙы. – Беҙ Еңеүҙең 80 йыллығын ҙур өмөттәр менән көтәбеҙ һәм уның икеләтә еңеү байрамы булыуын теләйбеҙ. Шуға күрә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтергә тырышабыҙ.
Селтәр үреүселәр 485 селтәр үргән һәм махсус операция зонаһына оҙатҡан!
. Фото: https://belizvest.ru/