Геройҙар дәүере
10 Февраль 2025, 10:15

“Мин унда бик кәрәкмен"

Медицина хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операциялағы төп бурысы – яралыларға беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү, яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу.

“Мин унда бик кәрәкмен"“Мин унда бик кәрәкмен"
“Мин унда бик кәрәкмен"

“Һаҡмар” позывнойлы медицина хеҙмәткәре махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында түбәндәгеләр тураһында һөйләне: "2022 йылдың сентябрендә мобилизациялау буйынса алғандар ине. Минең менән бергә дауаханабыҙҙан ун кеше китте. Уларҙың барыһы ла таныштар, тиҫтерҙәр, тиерлек. Төрлө урындарҙа эшләргә тура килә: медицина ярҙамының алғы һыҙатында, медицина ротаһында... Медицина хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операциялағы төп бурысы – яралыларға беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү".

“Һаҡмар” мобилизацияланғандан һуң Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән, шунда уҡ тәжрибә туплаған. Фельдшерҙың һөйләүенсә, Луганск Халыҡ Республикаһында, Кременнойҙа эшләгәндә дауаханаға тыныс тормош кешеләре – ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа килтерелгән.

Күптән түгел “Һаҡмар" ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып китте. Ул һәм  башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре был төбәктәрҙәгә хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп тетрәнгән. Бындағы табиптар, шәфҡәт туташтары һәм башҡалар, көн тимәй, төн тимәй, эшләй, кешеләргә ярҙам итә. Уларҙың, ысын мәғәнәһендә, ялы ла, үҙҙәре өсөн ваҡыты ла юҡ. Аҡ халатлылар һәр ваҡыттағыса ҡасандыр биргән антына тоғро ҡала. Һөҙөмтәлә улар бихисап кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: "Һаҡмар" позывнойлы медицина хеҙмткәренең шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас