Геройҙар дәүере
12 Февраля 2025, 15:00

Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...

 Ләкин бына хушлашыуҙың ҡыҫҡа минуттары үтте, «Машиналарға!» командаһы яңғыраны.

Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...
Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...

Өфө-Арена алдындағы майҙандан утыҙлаған яугир отпускынан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы ғаиләләре һәм яҡындары оҙатты. Ил һаҡсыларына изге теләктәр әйтергә тип БР Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та килгәйне.

– Ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндәре өсөн барлыҡ хәрбиҙәргә рәхмәт! Бөтә республика һәм ил халҡы геройҙарыбыҙ менән ғорурлана. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Фронтҡа һалдаттар менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә посылкалар ебәрелә. Үтә күренмәле пакеттарҙа йылы кейем, консервалар һәм автомобилдәр өсөн деталдәр күренә ине. Мәҫәлән, «Нива»ның амортизация пружинаһы ла һалынған. “Кардан” позывнойлы яугир уның ни өсөн кәрәклеге хаҡында һөйләне.

– Матди-техник тәьминәт взводында водитель булып хеҙмәт итәм. Алғы һыҙыҡ буйлап көн һайын йөрөйбөҙ, һыу, аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташыйбыҙ. Ҡайһы берҙә яралыларҙы алып сығырға тура килә. Бөтәһе ике «Нива»быҙ бар, – тине ул.

“Кардан” әйтеүенсә, бөтә асыҡ юлдар дошман тарафынан шартлатылған. Ә күктә улар өҫтөндә разведчик дрондар осоп йөрөй. Радиоэлектрон алыш хеҙмәте, әлбиттә, үҙ эшен һәйбәт башҡара, әммә яугирҙәр асыҡ урындарҙы, нигеҙҙә, мөмкин тиклем ҙур тиҙлектә уҙырға, ағаслыҡтар араһынан йөрөргә мәжбүр. Былар барыһы ла транспортты ҡаҡшата, шуға күрә деталдәр бик кәрәк.

“Кардан”дың һүҙҙәрен хеҙмәттәше “Урман” да раҫланы. Баҡтиһәң, яугир Башҡортостан бүлексәләренең береһендә ремонт ротаһында хеҙмәт итә. БТР-ҙан алып юлһыҙ ерҙән йөрөй торған машиналарға тиклем күп төр техниканы йүнәтергә тура килә. Отпуск алдынан медицина взводы машинаһын йыйған, уны дошман дроны ҡыуып етә яҙған.

– Һауанан һөжүмде улар һуңғы минутта абайланы, ләкин бәрелеүҙән ҡотола алды, – тине яҡташыбыҙ.

Өфөлә йәшәүсе 34 йәшлек “Кот” та хеҙмәткә юлланды. Башта уның хәрби билетында “стрелок” һөнәре күрһәтелгән, махсус курс үткәндән һуң ул дрон операторы булып киткән.

– Снаряд тауышы, шартлауҙың характеры һәм формаһы буйынса ҡайҙан һәм нимә менән беҙгә һөжүм итеү билдәләргә мөмкин, – тип һөйләне яугир.

Алғы һыҙыҡҡа уны ата-әсәһе һәм ҡатыны оҙатты. Ләкин бына хушлашыуҙың ҡыҫҡа минуттары үтте, «Машиналарға!» командаһы яңғыраны. Ике тәүлектән һалдаттар, ике мең саҡрым юл үтеп, отпускыға сиратта тороусы иптәштәрен алмаштырасаҡ.

Фото: Рита Ишниязова.

Төп сығанаҡ: https://ufaved.info

Автор: Иван БЕГМА.

Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...
Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...
Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...
Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...
Алғы һыҙыҡҡа тиклем меңәрләгән саҡрым...
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас