Геройҙар дәүере
12 Февраль 2025, 04:00

“Уйна, флейта, туптар тын ҡалырлыҡ булһын!”

Атыш тауыштары яңғыраған, туптар шартлаған мөхиттә тыуған йырҙың тарихы ҡыҙыҡлы, һүҙҙәре мәғәнәле, көслө, ул хаҡта һөйләрбеҙ әле.

“Уйна, флейта, туптар тын ҡалырлыҡ булһын!”“Уйна, флейта, туптар тын ҡалырлыҡ булһын!”
“Уйна, флейта, туптар тын ҡалырлыҡ булһын!”

Дүртөйлө районы ауылдарында “Ватанға дан йырлайым!” девизы аҫтында махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан “Әсән” позывнойлы яугир ҡатнашлығында халыҡ менән тулҡынландырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар ойошторолдо.

Яугир тыуған яғына ҡайтып төшкән көндән алып бөтә ваҡытын яҡташтары менән аралашыуҙарға бирҙе, Еңеү көнөн яҡынайтырлыҡ, кешеләрҙең йөрәктәрен берләштерерлек һүҙ көсөн һәм музыка ҡеүәтен оҫта файҙаланды, халыҡ бөтә мәшәҡәттәрен бер мәлгә онотоп, тын да алмай тыңланы, хис-тойғоларға, күҙ йәштәренә ирек бирҙе, сөнки бөтәһе лә ысын, эскерһеҙ күңелдән ине.

Беҙгә, “Башҡортостан” гәзитенең бер төркөм  хеҙмәткәрҙәренә, ошо мөһим сараларҙың береһендә, Миәҙәк ауыл мәҙәниәт йортонда  яугирҙәребеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятҡан, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған осрашыуҙа ҡатнашырға, ауылдаштарҙың берҙәмлеге, тупланғанлығы менән һоҡланырға насип итте. Зал был юлы ла шығырым тулы ине.

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов алғы һыҙыҡтағы яуҙаштарынан, “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренән ҡайнар һағыныу сәләмдәрен һәм яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Яңғыраған йырҙары ла ниндәй бит әле, күңел ҡылдарын тибрәткәне, еңеүгә ышаныс уятҡаны,  көс-ҡеүәт биргәне, тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылғаны!

– Бөгөн мин иртән балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән осраштым, аҙаҡ китапханала, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең музейында, Дүртөйлөләге 3-сө мәктәптә булырға өлгөрҙөм. Миәҙәктәге осрашыуҙан һуң Иванай халҡы көтә, уларға ла яҡташтарының сәләмдәрен еткерергә тейешмен, – ти музыкант.

“Әсән” яҡташтарының тыныс тормошта балалар тәрбиәләүҙәрен, баҫыуҙарҙа игендәр шаулап үҫеүен, өйҙәрҙә бары йыр-моң, сабыйҙар тауышы яңғырауын ғына теләй. Ә быға бары берҙәмлек менән генә ирешә аласаҡбыҙ.

Сәхнәлә һәүәҫкәр артистар, уҡыусылар сығышы яңғыраны. Кескәйҙәрҙең Тыуған ил хаҡындағы йыры көслө ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алынды. Тыл һәм фронттың берҙәмлеген, ихтыяр көсөн һәм бәйләнешен раҫлаған бындай осрашыуҙар, һис һүҙһеҙ, мөһим, улар һәр кемгә кәрәк.

Осрашыу аҙағында “Әсән” башҡарыуында яңғыраған “31-се полк. Башҡортостан” гимнын миәҙәктәр урындарынан тороп, алҡышлап ҡаршыланы, олоһо ла, йәше лә ҡушылып йырланы. Яу яланында ракеталар осҡан, туптар шартлаған мөхиттә тыуған  тағы ла бер йырҙың тарихы ҡыҙыҡлы, һүҙҙәре мәғәнәле, көслө, ул хаҡта  киләсәктә яҙасаҡбыҙ әле. “Уйна, флейта, туптар тын ҡалырлыҡ булһын!” – тип тамамлана ул.

Яу яланынан яралыларҙы алып сыҡҡанында ла флейтаһынан айырылмаған музыкантҡа теләгебеҙ бер: “Уйна, Радик, яугирҙәрҙең рухын күтәрерлек, флейтаң моңо туптарҙы ла өнһөҙ ҡалдырырлыҡ булһын!”

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас