Геройҙар дәүере
13 Февраль 2025, 06:45

Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә

Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла халҡы даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙата. Сираттағыһы 17 февралдә юлға сығасаҡ.

Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итәХәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә

Бөгөн республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса иҫ киткес ҙур эштәр алып барыла. Был изге башланғыстан Хәйбулла районы ла ситтә ҡалмай.

Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, миндек, портатив газ плитаһы, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек (быҡтырылған ит, салаттар, тоҙламалар, картуф, сәксәк, һалма, сөсө икмәк), кейемдәр һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында туплана.

Мәҫәлән, Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам йөҙөнән шәхсән өлөш индергән. Хакимиәт башлығы мотобысҡы һәм иретеп йәбештереү аппараты алып биргән.

"Аңлайым, беҙ бында тыныс тормошта йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, ә егеттәребеҙ ут эсендә ҡан ҡоялар, баштарын һалалар. Уларҙың ғаиләләре беҙҙең янда ғына ут йотоп йәшәй", - ти Таһир Мөғлөтдин улы.

Федоровка ауылында ла теген машиналарының геүе тынмай. Ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур теләк менән үҫмерҙәр ҙә ҡушылды. Ваҡытлыса оҫтаханаға әйләнгән ауыл клубында берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам мөхите хөкөм һөрә. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнай, һөҙөмтәлә алғы һыҙыҡҡа йүнәлтеләсәк антидронлы "Өмөт юрғандары"ның һаны артҡандан арта бара. Был юрғандарҙың яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡала алыуын аңлап, һәр кем үҙ хеҙмәтенең мөһимлеген аңлай.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ауыл халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында еңгән 100 мең һум аҡсаны тулыһынса яугирҙәргә бирергә ҡарар итеп, дронға ҡаршы юрғандар тегеү өсөн тауар һатып алды. Юрғандарҙы тегеү ауыл клубында ойошторолоп, изге эшкә теләге булған һәр кем ҡушыла. Әлеге көндә дөйөм көс менән йөҙгә яҡын дронға ҡаршы юрғандар тегелгән дә инде. Ҡара төнгә тиклем тынмай эш. Айырыуса ир-егеттәрҙең, йәштәрҙең ҙур әүҙемлек күрһәтеүе иғтибарға лайыҡ.

Шулай уҡ Таналыҡ ауыл биләмәһе халҡы ла яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙа ҙур өлөш индергән. Таштуғай ауылынан ғына бөтәһе 120 ҡаҙы әҙерләнгән, шулай уҡ 100-ҙән ашыу дана быҡтырылған ит яугирҙәргә оҙатыласаҡ. 

Садовый ауылы ағинәйҙәре "Һаумы, яугир улым!" тип махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә хаттар яҙған. Оло быуын кешеләре Ватан именлеген һаҡлаған хәрбиҙәргә рәхмәт белдергән, уларҙың имен-һау ҡайтыуҙарын  һәм тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләгән.

Әсәйҙәрсә  йылылыҡ хистәре һалынған был хаттар тиҙҙән махсус хәрби операция зонаһына юлланып, үҙ адресатын табыр һәм  уларға тыуған яҡ, яҡташлыҡ сәләме булыр, тип ышанабыҙ.

Ылауҙы йыйыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына, хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һәм ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың барыһына ла оло рәхмәтле баймаҡтар. Гуманитар ярҙам яҡташтарына тыуған яҡ сәләмен еткергән, күстәнәстәре көс-дәрт өҫтәгән, техникалар, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә бик тә ярап ҡала. Яугирҙәр тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына аяҡ баҫыуҙарын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул  ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, йыллыҡ түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Хәйбуллалар яугирҙәренә ярҙам итә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас