Геройҙар дәүере
15 Февраль 2025, 18:45

Конкурста ҡатнашырға саҡыралар

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды Мәскәү финанс-юридик университеты менән берлектә Бөтә Рәсәй МХО геройҙарына арналған һәйкәл эскизы конкурсының башланыуын иғлан итте.

Конкурста ҡатнашырға саҡыраларКонкурста ҡатнашырға саҡыралар
Конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Профессиональ рәссамдарҙы, скульпторҙарҙы, архитекторҙарҙы, МХО ветерандарын, шулай уҡ үҙенсәлекле идея тәҡдим итергә һәм геройҙарға һәйкәлгә үҙ ҡарашын белдерергә әҙер булғандарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Шәхси һәм коллектив эштәрҙе Федераль ҡаҙналыҡтың рәсми сайты (официальный сайт Федерального казначейства) ҡабул итә.

Эштәрҙе 2025 йылдың 28 февраленә тиклем ебәрергә мөмкин. Тәҡдим ителгән проекттарҙы конкурсты ойоштороусылар һәм монументаль һәм һынлы сәнғәттең профессиональ ойошма вәкилдәре ингән комиссия баһалаясаҡ. 2025 йылдың мартында йомғаҡ яһала.

Конкурста ҡатнашыу буйынса өҫтәмә һорауҙар булһа, (347) 250-22-43 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 “Әлеге ваҡытта Башҡортостандың күп кенә муниципалитеттарында сквер, МХО геройҙарына һәйкәлдәр проекттары әҙерләнә. Эскиздар конкурсы был башланғыста ярҙам итер, тип ышанам”, – тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Уның төп бурысы – МХО ветерандарына һәм геройҙарҙың ғаиләләренә шәхси ярҙам күрһәтеү. Ойошма медицина һәм социаль реабилитацияла, ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итә, юридик ярҙам күрһәтә, инвалидтар өсөн торлаҡты яраҡлаштыра һәм оҙайлы ваҡытҡа өйҙә тәрбиәләүҙе тәьмин итә.

Фонд 2023 йылдың 1 июнендә эшләй башлағандан алып уның филиалдарына ике миллиондан ашыу ярҙам һорап мөрәжәғәт килгән, уларҙың 91 проценты уңышлы хәл ителгән дә.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-01-28/zhiteley-bashkirii-priglasili-na-konkurs-eskizov-pamyatnika-geroyam-svo-4100199

 

Конкурста ҡатнашырға саҡыралар
Конкурста ҡатнашырға саҡыралар
Конкурста ҡатнашырға саҡыралар
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас