Борай районы хакимәте башлығы Рушан Гәрәев социаль селтәрҙә яҡташтарына ихлас күңелдән рәхмәт белдергән.
“ Беҙҙең район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәтә. Был көсөргәнешле осорҙа яҡташтарыбыҙҙың көндәлек эштәре менән бергә хәстәрҙәре лә бермә-бер артты. Яугирҙәрҙең туғандар һәм таныштары, уҡыусылар, хаҡлы ялдағылар, фермер хужалыҡтары, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре , намыҫлы эшҡыуарҙар һәм райондың битараф булмаған кешеләре, бөтәһе лә берләшеп, гуманитар ярҙам туплауҙа ярҙам итте. Улар аҡса йыя, туҡмас ҡырҡа, маскировкалау селтәрҙәре үрә, быҡтырылған ит, окоп шәмдәре әҙерләй, йылы кейемдәр тегә, ойоҡбаш бәйләй.
Һәр иғәнә, үрелгән һәр селтәр, бәйләнгән һәр ойоҡбаш тыуған ил йылыһы һәм яҡташтарыбыҙҙың еңеү менән тыуған яҡҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуына ҙур өмөт менән һуғарылған.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең әүҙем тормош позицияғыҙ һәм ярҙамсыллығыҙ бөгөн бик мөһим. Киләсәктә лә яҡташтарыбыҙ менән бергәләп яугирҙәргә ярҙам итербеҙ тип ышанабыҙ. Бергә беҙ көслөрәкбеҙ!”
Фото: https://vk.com/gazetaalga