Геройҙар дәүере
17 Февраль 2025, 13:00

Яугирҙең ҡыҙы тыуған!

Тәтешле районынан «Прапор» позывнойлы махсус хәрби операция яугире Илфат Вәлинуров атай булған.

Яугирҙең ҡыҙы тыуған!Яугирҙең ҡыҙы тыуған!
Яугирҙең ҡыҙы тыуған!

Тәтешле районынан «Прапор» позывнойлы махсус хәрби операция яугире Илфат Вәлинуров атай булған. Был хаҡта Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Хәҙер Илфат ҡатыны Гүзәл менән шунда йәшәй.

Илфат Вәлинуров Тәтешле районының Асауҙы ауылында тыуып үҫкән. 2022 йылдың көҙөндә, республикабыҙҙың күпселек ир-егеттәре кеүек үк, өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алына.

«Прапор» Луганск Халыҡ Республикаһында хәрби бурыстарын үтәй. Яраланып, госпиталдә дауаланып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яралары яҡташыбыҙға кире алғы һыҙыҡҡа юлланырға мөмкинлек бирмәй.

Илфат Вәлинуров һөйгәне Гүзәл менән ғаилә ҡороп, Иҫке Балтас ауылында йәшәй. Уларҙың ҡыҙҙары тыуған. Ата-әсә сабыйға Эмилия тип исем ҡушҡан. Бынан тыш, «Прапор» эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләй.

Беҙ ҙә йәш ғаиләне ҡыҙаҙры тыуыуы менән ҡотлайбыҙ һәм уның ата-инәле, һау -сәләмәт ү:еүен теләйбеҙ!

Фото: Илгиз Субашевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас