Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ылауҙы йыйыуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ бөтә кәрәкле нәмәләрҙе даими ебәреп торабыҙ, гуманитар ярҙам күрһәтәбеҙ, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итәбеҙ һәм артабан да ошо бурысты үтәрбеҙ. Ылауҙы ойоштороуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Бергәләп Еңеүҙе яҡынайтабыҙ, – тине Ирек Сәғитов.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов билдәләүенсә, ебәрелгән посылкаларҙы Башҡортостанда йәшәүселәр, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре, йәмәғәт ойошмалары һәм предприятиелары йыйған.
– Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан яугирҙәрәбеҙгә өйҙән йылы сәләм тапшырабыҙ. Ылауҙа илде һаҡлаусыларға кәрәкле бөтә нәмә бар, иң мөһиме, ихлас теләктәшлек һәм рәхмәт һүҙҙәре йыйылған, – тип билдәләне ул.
Йөк 20 хәрби подразделение өсөн тәғәйенләнгән. Уға 19 автомобиль, сылбырлы тәгәрмәсле күп маҡсатлы транспортёр-тартҡыс, 105 кубометр бысылған таҡта, 700 FPV-дрон, ике квадроцикл, бер мотоцикл, биш мобиль мунса, маскировка селтәре, бензобысҡылар, генераторҙар, автомобилдәр өсөн запас частар, окоп шәмдәре, буржуйкалы мейестәр, газ баллондары, төҙөлөш ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, шәхси гигиена әйберҙәре һәм башҡалар инде.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.