Заман геройҙарының береһе менән Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында танышырға тура килде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡыйыу егеттәрҙең береһе, Саҡмағошта тыуып үҫкән Алмаз Ғәзизов әле өйҙә дауалана, икенсе оборона линияһын төҙөгәндә яраланған. Ул да тиҫтер яуҙаштары һымаҡ һуғыш михнәттәре, унда күргән-белгән мәғлүмәт менән артыҡ уртаҡлашырға яратмай. Бынан алты йыл элек ғаиләһе менән Прибельскийҙа төпләнгәндәр. Ҡатыны Рима менән Өфөлә танышҡандан һуң өйләнешеп, тормош ҡорғандар.
Асыҡ йөҙлө, тынғыһыҙ холоҡло егет киң илебеҙҙең төрлө нөктәләрендә булырға, мөһим һөнәрҙәр үҙләштерергә өлгөргән – Алтай крайы, Бийск, Мәскәү, Луганск, Кременная, Себер тарафтары... Һәр береһе уның тормош юлында юйылмаҫлыҡ эҙҙәр, хис-тойғолар, иҫтәлектәр ҡалдырған. Ҡултыҡ таяҡтарына таянып, урамға беҙҙе яланөҫ ҡаршыларға сыҡҡан яугирҙе күреп (ҡатыны әйтмешләй, “ул өйҙә лә “ҡәтғи дисциплиналы” һалдат”), бер аҙ уңайһыҙландыҡ. Заманында Себерҙә электрмонтажсы, яу яланында разведчик-радист булып хеҙмәт итеү шулай характерҙы сыныҡтырғандыр. Алмаз Тәлғәт улы батырлығы, фиҙакәрлеге өсөн Жуков миҙалына, “Икенсе дәрәжә Хәрби батырлыҡ”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдарына лайыҡ булған.
– Тәүге тапҡыр Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң бер йыл хеҙмәт иттем. Бер ай ял иткәндән һуң 2024 йылдың июлендә йәнә контракт төҙөргә ҡарар иттем. Саҡмағошта йәшәгән әсәйем минең махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүемде башта белмәне, уға әйтеп борсомаҫҡа булдыҡ. Әсәйем байтаҡ ваҡыт мине Себерҙә эшләп йөрөй тип белде. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек, иң өлкәне мин булғас, һәр береһе өсөн яуаплылыҡ минең иңдә ята. Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле нескә, барыһын йөрәк аша үткәрергә күнеккән. Уларҙың уландарын, ирҙәрен яу яланына оҙатыуға, мәңгелеккә юғалтыу ихтималлығына күнә алмай илауы ла, йәлләүе лә бик тәбиғи. Аҫыл зат менән һуғышты бер рәткә ҡуйыу мөмкин дә түгел. Ҡыҙым Элина менән һөйләшеп аңлашҡандан һуң ул минең ни өсөн үҙ теләгем менән ут эсенә ашыҡыныуымды, “кәрәк”, “Ватанды һаҡлау”, “Тыуған ил”, “ир намыҫы” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тәрән төшөндө кеүек, артыҡ һорауҙар биреп маташманы.
“Мосводоканал” ойошмаһында эшләгәнлектән, миңә Мәскәү хәрби комиссариаты аша контракт төҙөргә тура килде. Покровск йүнәлешендә хеҙмәт иттем, күберәк Калининград, Новосибирск егеттәре менән бергә аралаштым. Үкенескә ҡаршы, яҡташтарҙы яу ҡырында осратырға тура килмәне. 4-се батальондың рота егеттәре менән әле лә хәбәрләшеп торабыҙ, иптәштәрем “Ежик”, “Атеист”, “Пуля” ның яҙмышы, көндәлек хеҙмәте бик ҡыҙыҡһындыра һәм борсолдора. Беҙ улар менән Горловка, Кременная эргәһендәге алыштарҙа туғанлашып бөттөк тигәндәй. Окоптарҙа тыуған һалдат дуҫлығы ҡаҡшамаҫлыҡ,ғүмерлек бит ул. Ротация ваҡытында бер-береңде яҡындан белер, өйрәнер өсөн әмәле табыла. Ун көн алғы һыҙыҡта булғандан һуң әҙерләнеү, ял итеү, үҙеңде тәртипкә килтереү өсөн тылға ебәрәләр. Берәй йортто ҡуртымға алып, мунса инеп, аш-һыу әҙерләп, ял иткән осраҡтар булды. Беҙ, 14 кеше, бергәләп һарыҡ һатып алабыҙ, кем иттән тәмле ризыҡтар әҙерләй ала, етәкселекте уға тапшырабыҙ.
Алғы һыҙыҡта ниндәй генә ауырлыҡтар, юғалтыуҙар булыуына, һағыныу-юҡһыныу тойғолары баҫыуына ҡарамаҫтан, үҙ теләгем менән тарихта ҡаласаҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыуыма һис үкенмәйем. Донъялар тынысланғас, халҡыбыҙ иркен һулыш алып, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәр, йәмғиәткә күберәк файҙа килтерер тип уйлайым. Батырҙарса һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү хәҙерге йәш быуын яуаплылығында, уларҙы ил онотмаҫ...
Тыныс тормошҡа ҡайтыу менән мин нимәгә тотонор инем, тип уйланғаным да, хыялланғаным да бар. Моғайын, әле бер гараж ғына моңайып ултырған ер участкаһына йорт һалыуҙан эште башлар инем. Ҡатыным һөнәре буйынса йорт эстәрен биҙәкләүсе, маляр-штукатурсы булғас, эш ҡарышмаҫ, тип уйлайым. Киләсәктә үҙ еремдә бизнес менән иркенләп шөғөлләнәһем килә, Ҡырмыҫҡалыла автомобилдәр йыуыу буйынса үҙ эшемде асып, матур, тигеҙ юлдарҙан таҙа, ялтырап торған машиналарҙың елдереүен, күк йөҙөнөң гелән аяҙ булыуын күрге килә... – ти батыр йөрәкле, “Грач” позывнойлы яҡташыбыҙ. Беҙ уға уңыштар теләйбеҙ, тиҙерәк һауыҡ, яугир!
Динә Арыҫланова.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.