Геройҙар дәүере
24 Февраль 2025, 14:00

Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай

Ватан һаҡлаусылары көнө алдынан яҡташыбыҙға юғары награда - "Рәсәй Геройы" исеме тапшырылды!

Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлайУның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай
Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың Дыуан районында тыуып үҫкән гвардия капитаны Дмитрий Авдонинға юғары награда - "Рәсәй Геройы" исеме бирҙе. Яугир терәк пунктты обороналағанда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

– Отряд менән етәкселек иткәндә, үҙе яралы булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең ҡул аҫтындағыларға медицина ярҙамы күрһәтә. Уның оҫта ғәмәлдәре яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға, дошмандың күп тапҡыр һөжүмен кире ҡағырға һәм ҡуйылған бурысты үтәргә мөмкинлек бирә, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Дмитрий Авдонинға был наградаларҙы – “Алтын Йондоҙ” миҙалын һәм маҡтаулы исем биреү тураһында Грамотаны Рәсәй оборона министры урынбаҫары Юнус-бек Евкуров тапшырҙы. Быға тиклем ул яҡташыбыҙ күрһәткән батырлығы өсөн “Жуков” миҙалы менән бүләкләнгән булған.

Яугир махсус операцияның тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта. Мәғлүм булыуынса, 2024 йылдың мартында Дмитрий Авдонин етәкселегендәге төркөм махсус операция зонаһындағы терәк пунктына юллана. Хәрәкәт ваҡытында дошман уларға ут аса. Бынан тыш, төндә дошман Рәсәй десантсылары позицияларына үтеп инергә маташа, әммә ҡаршылыҡҡа осрай. Бынан һуң Украина хәрби көстәре сигенеү юлын һәм терәк пунктҡа яҡынлашыу юлын өҙөргә тырыша. Дмитрий Авдонин төркөмө планлаштырылған өс көн урынына 43 көн рубежды һаҡлай.

“Дыуан районы халҡы исеменән Дмитрий Авдонинды лайыҡлы награда менән ҡотлайым! Яҡташыбыҙ, уның батырлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяры менән ғорурланабыҙ. Уның һәм яугирҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ һәм хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”, – тип белдерҙе Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.

Дмитрий Авдонинды юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, батыр яугирҙәр!

Фото: Фаил Мөхәмәҙиев сәхифәһенән, скриншот.

Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай
Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай
Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай
Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай
Уның төркөмө 43 көн рубежды һаҡлай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас