Геройҙар дәүере
26 Февраль 2025, 16:45

Атай менән бергә!

Атай менән бергә хеҙмәт итеү рәхәт тә, икеләтә яуаплы ла, ти "Ракета". 

Атай менән бергә!Атай менән бергә!
Атай менән бергә!

Махсус хәрби операция биләмәһендә атай менән ул, бер туғандар, ауылдаштар, туғандар бергә хеҙмәт итеүе тураһында йыш ишетергә тура килә. Яҡын кешеләр бер-береһенән өлгө ала, бер-береһенә ярҙам итергә теләй һәм яуаплы ҡарар ҡабул итә. “Башҡортостан” полкында ла шундай кешеләр бар. Һуңғы тапҡыр командировкаға барған саҡта аталы-уллы икәү менән танышыу форсаты тейҙе.

Беҙ барған саҡта “Ракета”ның атаһы “Шаман” яраланып, госпиталдә ята ине. Бындай ваҡыттарҙа улы атаһы урынына ҡала һәм үҙенеке менән бергә уның эштәрен дә алып бара.

Егеттәр Салауат районының Комсомол ауылынан булып сыҡты. “Ракета”ға 26 йәш. Ул полкты тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Һүҙ аҙыҡ-түлек, хәрби техника, кейем-һалым, эпикировка һәм башҡа әйберҙәр тураһында бара.

– Бурыс ҡуйыла, беҙ уны үтәйбеҙ. Яугирҙәрҙе кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү – бик мөһим бурыс. Был яугирҙәрҙең хеҙмәте сифатында сағылыш таба. Бынан тыш хәрби бурыстар ҙа ҡуйыла, алғы һыҙыҡҡа барабыҙ. Бында армиялағы кеүек, приказдар бер һүҙһеҙ үтәлә. Һинең, минең эше тигән нәмә юҡ, – ти ул.

“Ракета” үҙе отделение командиры булһа, атаһы рота старшинаһы. “Шаман” ниндәй ҙә булһа сәбәп буйынса урынында булмаһа, уны улы алмаштыра.  

Махсус хәрби операция биләмәһенә барырға тигән ҡарарҙы тәүҙә “Ракета” ҡабул итә. Әйткәндәй, был уның икенсе контракты, беренсеһе Тажикстанда булған. Ул килеп күп тә үтмәй, атаһы шылтырата: “ҡаршы ал, мин килә ятам”.

– Тәүҙә уның ни өсөн килгәнен аңламаным, атайым да шунда уҡ өндәшмәне. Бәлки мине күрергә генә киләлер тип уйлағайным, тик уны күргәс барыһын да аңланым: ул формала, хәрби бурыстар үтәргә тип килгән. Тәүҙә бергә булырға килеп сыҡманы. Ҡатмарлы, ауыр булһа ла, уны үҙебеҙгә күсереп ала алдыҡ. Хәҙер бергә, – ти ул.

– Атай менән бергә хеҙмәт итеүе еңелме? Әллә киреһенсә ауырыраҡ, яуаплыраҡмы? - тип һорайым. 

– Бында, һуғыш яланында туғанлыҡ тураһында оноторға тура килә. Командир бар, һалдат бар, бурыстар ҡуйыла, ул үтәлергә тейеш. Командир һәр кем тураһында хәстәрлек күрә, уларҙың ғүмерен һаҡлау өсөн тырыша. Атайым миңә атай ғына түгел, командир ҙа. Тимәк яуаплылыҡ та икеләтә ҙур. Эштән ҡасып булмай (көлә). Әлбиттә, бер-беребеҙ өсөн борсолабыҙ. Ә дөрөҫөн әйткәндә, бындағы егеттәр менән әллә ҡасан дуҫлашып, туғанлашып бөткәнбеҙ, һәр береһе өсөн көйәһең, янаһың. Ҡыҫҡаһы, ғаилә мөнәсәбәттәре аҙаҡ, тәүҙә: хәрби бурыс, – ти егет.

“Ракетаны” бында “сын полка” тип йөрөтәләр. Асыҡ, алсаҡ егет һәр кем менән уртаҡ тел тапҡан. Ә үҙе ул минең ике атайым бар ти. Береһе үҙенеке булһа, икенсеһе взвод командиры, легендар “Баграм” позывнойлы яугир. Ул да “Ракета”ны атайҙар кеүек яҡын күреп, ҡарап йөрөй.

– Бында хәл еңел түгел. Егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Алғы һыҙыҡты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәбеҙ, шулай уҡ үрҙә әйткәнемсә, үҙебеҙ ҙә унда барып киләбеҙ. Һалдат тәмле итеп, тыныс ҡына йоҡларға тейеш түгел. Һәр ваҡыт әҙер булырға кәрәк. Атайым яралыларҙы эвакуациялаған саҡта яраланғайны, әле шөкөр шәбәйҙе. Беҙҙе командование икебеҙҙе бергә ебәрмәҫкә тырыша, тик ҡайһы берҙә бергә булғаныбыҙ ҙа бар, – ти ул.

Уларҙы өйҙәрендә ҙур ғаиләләре көтә. Баҡһаң, биш балалы ҙур ғаиләлә үҫкән икән “Ракета”. Ул иң өлкәне. Бер апаһы Калининградта, икенсеһе Өфөлә уҡып йөрөй. Бәләкәй балалар әсәләре янында, ауылда. Бәләкәй ҡустыларына 13 йәш, ул да үҫкәс хәрби булырға һәм хәрби белем алырға хыяллана икән. Әсәләре “Янғантау” шифаханаһында ашнаҡсы.

“Ракета” әле өйләнмәгән. “Эш, бурыстар күп. Тәүҙә тыуған илде һаҡларға кәрәк. Аҙаҡ, еңеп ҡайтҡас, ҡарарбыҙ, ғаилә лә ҡорорбоҙ”, – ти ул. Яҡшы хеҙмәте өсөн ул Шайморатов миҙалы менән наградланған, егет һәр саҡ яҡшы иҫәптә.

Егет яҡташтарына, бөтә Башҡортостан халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтә.

– Даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп торалар. Ябай халыҡ ныҡ тырыша. Уларҙың үргән маскировка селтәрҙәре, бәйләгән ойоҡтары ҡәҙерле. Тыуған яҡтан килгән тәм-том да ныҡ оҡшай. Сәк-сәк, бауырһаҡтарҙы рәхәтләнеп ашайбыҙ, хатта ҡаҙылыҡтар килеп етә. Бындай ныҡлы ярҙам булғанда беҙ, әәлбиттә, еңәсәкбеҙ. Бында бер ниндәй ҙә шик юҡ. Күп ҡалмағандыр, оҙаҡламай еңеп ҡайтырбыҙ, – тип тамамланы әңгәмәне “Ракета”.

В. Уразбаев.

Автор фотоһы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас