Геройҙар дәүере
27 Февраль 2025, 09:30

“Һалдат яуҙа яңғыҙ түгел”

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ бер-береһенә терәк.

“Һалдат яуҙа яңғыҙ түгел”“Һалдат яуҙа яңғыҙ түгел”
“Һалдат яуҙа яңғыҙ түгел”

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Мәхмүт” яуҙаштары менән бергә ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Ҡариҙел районынан Марсель Мәхмүтов взводҡа етәкселек итә. Уның етәкселегендә һөжүм итеү төркөмө дошмандың терәк пунктын яулаған һәм өҫтәмә көс килгәнгә тиклем тәүлек әйләнәһенә позицияны бирмәгән. Яуҙа күрһәтелгән ҡыйыулығы һәм махсус хәрби операция зонаһында үтәлгән бурыстар өсөн Марсель Мәхмүтов Суворов, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” һәм Шайморатов миҙалдары менән наградланған.

Марсель элек төҙөлөштө крансы булып эшләгән. “Һалдат яуҙа яңғыҙ түгел, эргәһендә иптәштәре бар, - ти ул. – Һәр кем үҙенсәлекле. Кистәрен бергәләп сәй эсеп алабыҙ: кемдер уй-кисерештәре менән уртаҡлаша, кемдер өндәшмәй. Был һәр кемдең мөһим әйберҙәр тураһында уйланып алыуы өсөн дә кәрәк. Ә кемгәлер уй-кисерештәрен тышҡа сығарыу зарур, әммә береһе лә зарланмай. Һәр саҡ эргәбеҙҙә булған, беҙҙе тыңлаған, кәрәк һүҙҙәр тапҡан командирҙарбыҙға рәхмәт”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас