Геройҙар дәүере
28 Февраль 2025, 09:00

Һин - көслө!

МХО-ла яҡындарын юғалтҡандарға "Үҙ көсөм" проекты ярҙам итә. 

Һин - көслө!Һин - көслө!
Һин - көслө!

Махсус хәрби операция, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙарһыҙ үтмәй. Улын, тормош иптәшен, башҡа яҡын кешеһен юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙарға быны кисереү өсөн ҙур көс һәм сабырлыҡ кәрәк. Шуға күрә илдә “Үҙ көсөм” (“СВОя сила”) тип аталған социаль проект булдырылды. Уға ярашлы, фронтта яҡын кешеһен юғалтҡандар психологҡа уҡып сыҡҡан. Һәм ошо ауыр мәлдә үҙҙәренә генә түгел, ә башҡаларға ла ярҙам итергә өйрәнгән.

Ошо көндәрҙә проекттың беренсе һәм икенсе ағымында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар менән төбәк проекты координаторы Каринэ Хәбирова осрашты.

Проект былтыр 1 октябрҙән Рәсәйҙең ете төбәгендә: Ҡалмыҡстанда, Мари Илендә, Башҡортостанда, Һамар, Мәскәү, Томск һәм Орел өлкәләрендә старт алды. Фронтта яҡындарын юғалтҡан 100 ҡатын-ҡыҙ беренсе ағымда ҡатнашты. Республикабыҙҙан проекттың тәүге ағымында 31 тыңлаусы: махсус хәрби операцияла һәләк булған геройҙарҙың әсәләре, тол ҡатындары, атайҙары уҡыған. Проекттың маҡсаты изге – ҡатнашыусыларға тормошта терәк-таяныс табыуҙа һәм яңы һөнәри оҫталыҡ алыуҙа ярҙам итеү. Ул үҙенсәлекле ҡарар тәҡдим итә: психологик консультация нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм психологик ярҙам тәжрибәһен үҙләштереү аша ҡатнашыусылар яңы компетенциялар ала һәм үҙҙәрен үҙҙәре ярҙам итә.

“Үҙ көсөм” проектының икенсе ағымы 7 февралдә башланды. Каринэ Владимировна менән осрашыуҙа ике ағым ҡатнашыусылары ла булды. Улар сәй табыны артында үҙҙәрен борсоған проблемалары тураһында һөйләне, бер-береһенә кәңәш бирҙе, тәжрибә уртаҡлашты.

– Беҙҙең уҡыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бар. Улар – һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, атайҙары һәм ҡатындары. Бөгөн беҙ был проекттың һөҙөмтәләре тураһында һөйләй алабыҙ, ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һәм ирҙәргә уларҙың ғаиләһенә килгән ҡайғыны кисереп сығырға ярҙам итеү өсөн уйлап табылған. Кисереү генә түгел, ә мәғәнә һәм аңлау табыу, үҙеңде кәрәкле итеп тойоу. Уларҙың тупланған тәжрибәһе ошондай хәлдә ҡалғандар өсөн бик мөһим. Башта, тәүге ағымды йыйғанда, проектта ҡатнашыусылар менән аралашыу ауырғараҡ төштө. Улар эске көс, таяныс, белем етмәүен тоя, бындай осраҡта үҙеңде нисек тоторға, балалар, яҡындар менән нисек һөйләшергә кәрәклеген аңламай ине. Һөҙөмтәлә, үҙҙәрен нисек көслө хәлгә килтереү күнекмәләренә, психологик гармония торошона эйә булыу һәм билдәле бер күнекмәләргә, белемдәргә һәм оҫталыҡтарға эйә булды. Әлбиттә, бында уҡыу үткәндәр йәмғиәт өсөн бик мөһим һәм ҡиммәтле була бара.Яҡынын юғалтҡандар психолог-профессионалдарға түгел, ә үҙҙәре лә ошондай юғалтыу үткәндәргә нығыраҡ ышана һәм артабан нимә эшләргә икәнлеген белә, – тине Каринэ Хәбирова.

Осрашыуҙа проекттың авторы һәм етәксеһе – Рәсәй Президенты ҡарамағында Мари Иле республикаһының даими вәкиле Ольга Бадма-Халгаева әйтеүенсә, Башҡортостанда үткән пилот проекты башҡаларҙан айырыла. Мәҫәлән, беҙҙә ир-аттар әүҙем ҡатнаша.

– Был беҙҙең дөйөм эш, ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Курс ҙур, ҡатмарлы, уны ҙур ике ҡеүәтле белем биреү ойошмаһы әҙерләгән. Мәскәү ғәмәли психология мәктәбе Томск дәүләт педагогия университеты ярҙамында махсус программа яҙған. Беренсе пилот был программаның ни тиклем мөһим һәм кәрәкле булыуын, ғаиләләрҙең төрлө категорияларын йәлеп итеү ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте. Беҙҙә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары уҡый. Был ете төбәк, 100 кеше, биш ай дауамында төрлө төбәктәрҙән шылтыратыуҙар булды, улар ҙа ҡатнашырға теләй, – тине ул.

Бында уҡығандар курс тыңлау менән генә сикләнмәй. Аҙағында улар зачеттар бирә һәм сертификат аласаҡ.

Проекттың тағы бер төбәк координаторы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ла осрашыуҙа булды. Ул проектта кемдәр ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

– Бөгөн беҙ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ҡанаты аҫтында булғандарҙы – һәләк булған геройҙарыбыҙҙың әсәләрен, тол ҡатындарын, атайҙарын йыйҙыҡ. Икенсе уҡыу ағымына беҙ әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын һәм әсәләрен йыябыҙ. Улар беҙгә даими килеп тора, ғаилә ҡунаҡханаһында, йәмәғәт проекттарында, ҙур сараларҙа ҡатнаша. Беҙ һайлап алыуҙы социаль координаторҙарыбыҙ аша алып барабыҙ. Яҡынын юғалтҡандан һуң, улар үҙҙәрендә һынмаҫҡа һәм башҡаларға ярҙам итергә көс тапҡан. Сертификаттар һәм дипломдар алғас, улар беҙҙең йәмәғәт ярҙамсылары буласаҡ, муниципалитеттарҙа йәмәғәт башланғысында эшләйәсәк, тәрбиәләнеүселәребеҙгә ярҙам итәсәк һәм, әлбиттә, йәмәғәтселек фекере лидерҙары булараҡ, социаль координаторҙарға ярҙам итәсәк, – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Табындағы һөйләшеү бик йәнле барҙы. Проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте. Ихлас көлөүҙәр ҙә, күҙ йәштәре лә булды. Тик уларҙы бер нәмә берләштерә – фронтта иң яҡын кешеһен юғалтҡандар артабан йәшәргә һәм башҡаларға ла ярҙам итергә көс тапҡан. Ә проекттың маҡсаты тап ошо һәм уға өлгәшелгән.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды. 

Һин - көслө!
Һин - көслө!
Һин - көслө!
Һин - көслө!
Һин - көслө!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас