Ҡариҙел районы хакимиәтендә Башҡортостандан медицина ротаһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотҡарыу буйынса изге эш алып барған яҡташтары “Ай” (“Луна”) менән осраштыу үтте. Шәфҡәт туташы күптән түгел үҙенең юбилейын билдәләгән.
– “Ай” яугирҙәргә ярҙам итер өсөн көн һайын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Уның ҡыйыулығы һәм эшкә тоғролоғо ихтирам һәм һоҡланыу уята. Ул ҡотҡарған кешеләр уның һөнәри оҫталығын ғына түгел, ә иң ауыр мәлдәрҙә уның кешелекле булып ҡалыуын да билдәләй, “үҙе лә, күңеле лә матур” тиҙәр. “Ай” һәр ҡотҡарылған кешенең артында тотош яҙмыш тороуын яҡшы аңлай, тап ошо сәбәптәр уға эшен дауам итергә яңы көс бирә. Ҡыйыу, изге йөрәкле яҡташыбыҙҙы тыуған көнө ҡотланыҡ, фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙек һәм, әлбиттә, тиҙерәк өйгә ҡайтыуҙарын теләнек, – тип белдерҙе Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Фото: Айҙар Шәйҙуллиндың сәхифәһенән алынды.