Геройҙар дәүере
3 Марта 2025, 10:00

Табип алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙе ҡотҡара

Былтыр ул махсус хәрби операцияла яралыларға медицина ярҙамын күрһәтергә ҡарар итә

Табип алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙе ҡотҡараТабип алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙе ҡотҡара
Табип алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙе ҡотҡара

“Стерлик” позывнойлы табип үҙен медицинала танытҡан ғына түгел, ысын илһөйәрлек күрһәтеп, махсус хәрби операция зонаһына юлланған яҡташыбыҙ.

2021 йылдан ул Ишембай дауаханаһында акушер-гинеколог һәм ультра тауышлы диагностикалау табибы булып эшләй. Уның оҫталығы һәм һөнәргә тоғролоғо үҙ төбәгендә кәрәкле һәм ҡиммәтле белгес итә. Әммә былтыр ул махсус хәрби операцияла яралыларға медицина ярҙамын күрһәтергә ҡарар итә.

- Махсус хәрби операция зонаһында меңләгән хәрби һәм граждан медицина хеҙмәткәре эшләй. Улар яугирҙәрҙе алғы һыҙыҡтан сығара, икенселәре яу госпиталдәрендә операция эшләй, өсөнсөләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыл госпиталендә дауалай, - ти “Стерлик”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас