Геройҙар дәүере
4 Март 2025, 10:00

Мөхәббәткә кәртә юҡ

Ошо ҡыҫҡа ваҡытлы ял осоронда йәштәр мөһим сараға әҙерләнә...

Мөхәббәткә кәртә юҡМөхәббәткә кәртә юҡ
Мөхәббәткә кәртә юҡ

"Выбор” гәзите өс тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына яугирҙәргә гуманитар йөк алып барған Лилиә Исхаҡова тураһында яҙып сыҡҡайны. Гәзитте алдырыусылар уның тағы барырға йыйынғанын ишеткәс, редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр күбәйгән.

Гәзит уҡыусылар яугирҙәргә ярҙам итергә бик теләй. Редакцияға йылы кейем, аҙыҡ-түлек, түшәк кәрәк-яраҡтары килтерә. Шундай тынғыһыҙ уҡыусыларҙың  береһе – Зөлфиә Аҡбулатова дарыуҙар һатып алыу өсөн яугирҙәргә аҡса тапшыра.

Яңыраҡ Лилиә Исхаҡованың ире, “Буратино” позынойын алған яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Улар бергәләп редакцияға килеп, тупланған посылкаларҙы алды.

“Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Был әйберҙәрҙең барыһы ла алғы һыҙыҡта кәрәк буласаҡ. Йыйылған аҡсаны дарыуҙар алыуға тотонасаҡбыҙ. Беҙҙең  фельдшерыбыҙ бындай байлыҡҡа бик шатланасаҡ”, – тигән  яугир.

Әйткәндәй, ошо ҡыҫҡа ваҡытлы ял ооронда йәштәр мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереп ҡуйырға, туй үткәрергә әҙерләнә. Беҙ уларға мөхәббәт, һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ.

 Алёна Бизикина фотолары.

Мөхәббәткә кәртә юҡ
Мөхәббәткә кәртә юҡ
Мөхәббәткә кәртә юҡ
Мөхәббәткә кәртә юҡ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас