Геройҙар дәүере
5 Март 2025, 07:30

Батыр ул үҫтергән бөйөк әсәй

Улы тураһында хәтирәләре күңелен йылыта...  

Батыр ул үҫтергән бөйөк әсәйБатыр ул үҫтергән бөйөк әсәй
Батыр ул үҫтергән бөйөк әсәй

Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Гүзәлиә Хисаметдинова менән эше буйынса, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Бишбүләк районы филиалындағы социаль координаторы булараҡ танышып киттек. Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға, уларҙың ғаиләләренә башкөллө ярҙам итеүе, эшен шул тиклем ихлас итеп башҡарыуы һоҡландырғайны. Һуңынан үҙенең улының  махсус хәрби операцияла һәләк булыуын ишеткәс, ауыр ҡайғыларҙы кисереп тә һынмаған, оло йөрәкле сабыр ҡатынға ихтирамыбыҙ бермә-бер артты, уның менән күрешеү,  мәҡәлә яҙыу теләге тыуҙы.

Шуға ла Бишбүләк районына сираттағы сәфәребеҙҙә иң беренсе булып Гүзәлиә Әхмәҙетдин ҡыҙына юлландыҡ. Тәүҙә уны эш урынында тап иттек. Үҙ ҡайғыһы менән килгән ҡатынды ҡабул итеп, уның проблемаларын тыңлай ине беҙ барғанда. Бында исем өсөн генә эшләп булмай. Кемдеңдер яҡынынан хәбәр юҡ, кемгәлер башҡа төрлө ярҙам кәрәк. Һәр береһен ихлас тыңлай, береһен дә иғтибарһың ҡалдырмай Гүзәлиә ханым.

Һөнәре буйынса ул - уҡытыусы. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы мәктәбендә 40 йылға яҡын балаларға белем бирә. Шул уҡ ваҡытта фольклор, театр түңәрәктәрен дә алып барырға өлгөрә. Улының махсус хәрби операцияла һәләк булыуы уның тормошон ҡырҡа үҙгәртә.

– Эшемде ташлап, үҙемдең ҡайғыма бикләнеп кенә йәшәргә тигән теләк тыуҙы тәүҙә. Шул ваҡытта яҡындарым, коллегаларым, әхирәттәрем ярҙамға килде, улар миңә рухи терәк булды. Шулай итеп ҡайғынан башымды күтәрергә көс таптым һәм  ауылда махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү эшен ойошторорға тотондом. Халыҡ та эштең кәрәклеген аңланы. Хәҙер был йәһәттән бик дәррәү эш алып барыла. Госпиталдәге яралыларға мендәрҙәр тегеүҙән башлап киттем һалдаттарға ярҙамды. Маскировка селтәрҙәрен үреү ҙә яйға һалынды. Райондан гуманитар ылау оҙатылған һайын күпләп яугирҙәргә ярҙам ебәрә инек, әле лә эш туҡталғаны юҡ, – тип һөйләне  оло йөрәкле ҡатын.

Гүзәлиә ханыма социаль координатор бурысы  йөкмәтелһә лә, ауылдағылар менән бәйләнеш өҙөлмәгән. Ауылдаштарының клубҡа йыйылып башҡарылған эштәре тураһында шул тиклем мауығып, һалдаттарға ярҙам итә алғандарына шатланып һөйләне.

Районда уға  социаль координатор вазифаһын башҡарыуға ышанысын белдергәс, тәүәккәл ҡатын уға ең һыҙғанып тотона. Уның ни тиклем яуаплы, ауыр булыуын да аңлап тора.

– Махсус хәрби операциялағы яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән шул тиклем ҙур эш алып барабыҙ. Медицина яғынан ярҙам кәрәк булһынмы, шифаханаға барырғамы – бер һорау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операцияла улдары, ирҙәре һәләк булғандар күҙ уңынан ысҡынмай. Кемдең һыуы туңған, кемдең газы һүнгән... Төрлө һорауҙар менән киләләр һәм уларҙың береһен дә кире ҡаҡҡаныбыҙ юҡ.  Беҙҙең эштә кешенең ҡайғыһын аңлай белергә лә, шул уҡ ваҡытта юридик белем дә кәрәк. Шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәре ишетәм халыҡтан, – ти әңгәмәсем.   

Башҡаларға ярҙам итеүҙән күңел ҡәнәғәтлеге алып, үҙенең ҡайғыларын баҫып эшләй Гүзәлиә ханым. Күңелде әрнеткән ауыр мәлдәре лә аҙ булмай.

– Бер папкаға һәләк булған яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Уларҙы ҡарағанда үҙемдең улымдыҡын күрһәм, илап ебәрмәҫ өсөн ул тиҙерәк үтеп китергә тырышам. Илай башлаһам, туҡтап булмай. Ә бит миңә бер туҡтауһыҙ кешеләр килә, улар менән эшләргә кәрәк. Шулай итеп үҙемдең хистәремде йүгәнләргә өйрәндем, – ти ул.

Бынан ике йыл элек һәләк була Илнур улы. Ул осор бигерәк ауыр була. Тәүҙә көтмәгәндә ауырып, оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ире вафат була. Ярты йылдан улының да ауыр хәбәре килә. Гүзәлиә Әхмәҙетдин ҡыҙының йөрәгенә  был ҡайғыларҙы күтәреүе үтә лә ауыр була.

Гүзәлиә ханымдың йортонда һүҙебеҙ яугир улы тураһында барҙы. Һалдат тыуып-үҫкән йорт, урам тәрән уйҙарға һала.  

– Улым төрлө яҡлап һәләтле булып үҫте. Әле лә иҫтә, 3-сө класта уҡығанда ватылған будильникты йүнәтеп ҡуйғайны. Мәктәптә уҡығанда математиканан да көслө булды. Китаптар уҡырға яратты, бигерәк тә тарихи китаптарҙы мауығып уҡыны, тарих менән төптән ҡыҙыҡһынды. “Илнур дәрестә шундай сетерекле һорауҙар бирә”, ти торғайны уҡытыусылары. Оҙон буйлы, һоҡланып ҡарап торорлоҡ егет ине. Спорт менән дә дуҫ булды. Саңғыла шәп йөрөнө, – Әсәнең хәтирәләре үҙенән-үҙе күңелдән урғыла.

Ғаилә ҡороп, район үҙәгендә ҙур йорт төҙөп, алға яңы маҡсаттар ҡороп йәшәгән була улы. Ике балаһы үҙенең дауамы булып үҫеп килә. Ләкин күңелендәге патриотизм тойғоһо уны махсус хәрби операцияға әйҙәй.

Бында ла һынатмай Ҡыңғыр-Мәнәүез егете. Тәүҙә Ҡаһарманлыҡ ордены, һәләк булғас, ”Шайморатов” ордены менән наградлана.

– Ғинуар башында һөйләшкәндә улым “февралдә ялға ҡайтам”,  тип пландары менән уртаҡлашты. Һуңынан тағы ла бер тапҡыр һөйләшергә насип булды. Ә 19 ғинуарҙа  һәләк булды, – әсәй кеше һөйләгәндә күҙ йәштәрен тыя алмай.

Яугир яҡындарының, ауылдаштарының хәтерендә мәңгелеккә уйылған. Ветеран уҡытыусыларҙың береһе Фәриҙә Исхаҡова ла уҡыусыһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

–Илнур бик әүҙем егет ине. Яҡшы уҡыны, спорт менән шөғөлләнде, ярыштарҙа, художестволы үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә лә ҡатнашты, китап уҡырға яратты. Уҡытыусыларҙы бик хөрмәт итте. Оҙон кәүҙәле, мөләйем егет ине. Артҡы партала ултырғаны әле лә күҙ алдында. Һөйләшкәндә йылмайып ҡына өндәшеүе менән күңелгә юл тапты. Үҙенә генә хас һөйкөмлөлөгө менән арбай белә ине. Уҡыусыбыҙҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ, - тине уҡытыусыһы.

Тормош шулай... Батырҙың  ғүмере был донъяла оҙон булманы, ләкин яҡындарының, яҡташтарының күңелендә ул мәңге йәшәй.

Автор фотолары.

 

 

 

 

     

Батыр ул үҫтергән бөйөк әсәй
Батыр ул үҫтергән бөйөк әсәй
Батыр ул үҫтергән бөйөк әсәй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас