"Уҡыусылары мәктәпте тамамлағас, улыбыҙ контракт төҙөп, МХО-ға юлланды"
Архангел районының Максим Горький ауылынан Нур Бәширов – юғары категориялы уҡытыусы – әле махсус хәрби операция биләмәһендә.
– Улыбыҙ МХО башланғас уҡ унда китергә уҡталғайны, тәүге йылында туҡтатып ҡала алдыҡ. Ул 11-селәрҙең класс етәксеһе ине, уҡыусыларым мәктәпте тамамлаһын, унан юлланырмын тип тә уйлағандыр. Ысынлап та, шулай булды. Уҡыусыларын оло юлға оҙатҡас, үҙе лә оҙаҡ тормай контракт төҙөп, МХО-ға китте, – ти яугирҙең ата-әсәһе Рәмилә һәм Зиннур Бәшировтар. – “Өс туғаным да махсус хәрби операцияла. Мин араларында “аҡ ҡарға”мы ни?” тине. Туғанлыҡ тойғоһо көслө беҙҙең улдарыбыҙҙа.
Ата-әсә дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уларҙың барыһы ла МХО-ла. Нур Зиннур улы педагогия колледжында уҡыған, унан БДУ-ның Бөрөләге филиалын тамамлаған. Тыуған ауылы мәктәбендә уңышлы эшләгән. Ирекле көрәш буйынса тренер ҙа. Үҙе лә, тәрбиәләнеүселәре лә район, республика кимәлендә еңеүҙәр яулап, район бәҫен күтәргән. Күптән түгел отпускка ҡайтҡанында ла ауылда спорт ярышы үткәреп, балаларҙы былау бешереп һыйлап, байрам үткәреп киткән яугир-уҡытыусы. Ул дин юлында, күптән намаҙ уҡый.
Ауылында ике ҡатлы матур йорт һалған. Ҡатыны Айгөл менән өс бала үҫтерәләр. Хужалыҡтары ҙур: күп итеп мал тоталар. Балаларының өсөһө лә ата-әсәһе кеүек тырыш, уҡыуға ла, спортҡа ла шәп.
Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин гуманитар ылау тейәп махсус хәрби операция биләмәһенә барғанда яугир Бәшировтар менән осрашып тора. “Бер сәфәрҙән һуң Айрат Закир улы, хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Татьяна Ғәлина беҙгә килеп, улдарыбыҙҙың яу сәләмен еткерҙеләр. Ҙур рәхмәт! Бындай иғтибарҙан күңелгә шул ҡәҙәр рәхәт булды”, – ти өлкән йәштәге атай-әсәй.
Ғөмүмән, улар әйтеүенсә, район хакимиәте уларға һәр саҡ ярҙам итеп тора. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы социаль координаторы ла ололарҙың хәлен даими белешә, дауаханала табиптарға күренеү йәһәтенән булышлыҡ ҡыла. Ауыл хакимиәте етәксеһе өлкәндәрҙең мөрәжәғәттәрен тиҙ арала хәл итә. Мәҫәлән, урам буйын яҡтыртыуҙы һорағандар, шунда уҡ мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Яугирҙәр үҫтергән Зиннур ағай Бәшировҡа “Атай ҡаһарманлығы” наградаһы биреүҙе лә юллаған район хакимиәте. Хөрмәтле атайға уны Өфөлә тантаналы тапшырғандар. “Өлкәндәр тиҙҙән республика шифаханаһында ял итеп, һаулығын нығытасаҡ”, – тип хәбәр иттеләр хакимиәттән.
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.
Архангел районы.