Геройҙар дәүере
10 Март 2025, 10:00

“Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ!”

Яугир яҡташыбыҙ “Әхмәт” махсус тәғәйенләнештәге отрядында уҡсы булып хеҙмәт итә.

“Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ!”“Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ!”
“Беҙ еңеп ҡайтырбыҙ!”

Аҙна һайын Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәләре һуңғы ваҡыттарҙа матур йола менән башлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан алдынғы яугирҙәрҙе бүләкләй. Был юлы ла йола үтәлде, етәксе Илвир Хөснөтдинов исемле яугирҙе генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне.

Яугир яҡташыбыҙ “Әхмәт” махсус тәғәйенләнештәге отрядында уҡсы булып хеҙмәт итә.

Илвир Хөснөдинов төбәк етәкселегенә һәм халыҡҡа фронтта хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға иғтибар бүлеүселәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Ҡәҙерле ағайым Ислам Хәлиловҡа айырым рәхмәт. Башҡортостан – алға, Еңеү беҙҙең яҡта”, – тине Илвир Хөснөдинов.

Яугир тормош иптәше менән бергә килгән ине. Радий Фәрит улы уға гөлләмә бүләк итте. 

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас