Гөлназ Хәбирова – Саҡмағош ҡыҙы. Һөнәре буйынса ул – шәфҡәт туташы. Бала саҡта апаһы Эльмира – уҡытыусы, ә Гөлназ табип булып уйнарға ярата һәм ҡыҙҙар тап ошо изге һөнәрҙәрҙе һайлай. Гөлназ Миңлеғәле ҡыҙы Өфө медицина колледжын тамамлап, тыуған ауылы Саҡмағошҡа, урындағы район дауаханаһына эшкә ҡайта.
Махсус хәрби операция башланғас, шәфҡәт туташы шунда юлланыу, яралыларға ярҙам итеү тураһында уйлана башлай. “Мин унда нығыраҡ кәрәкмен”, тигән фекергә килә ул. Яҡын дуҫы яраланып ҡайтҡас, был теләге тағы ла нығыраҡ көсәйә. Әммә бер нисә тапҡыр һорауына ҡарамаҫтан, район дауаханаһы етәкселеге уны ебәреүҙән баш тарта.
Ныҡышмал холоҡло Гөлназ икенсе төрлө эш итергә ҡарар итә һәм район дауаханаһынан китеп, яңы эшкә урынлаша. Ата-әсәһе, ғаиләһе менән тәүге һөйләшеү ҙә еңел булмай, улар уны һис тә ебәргеләре килмәй, әммә Гөлназ һүҙендә ныҡ тора. Һөҙөмтәлә ата-әсәһе фатихаһын бирә, ә ҡыҙы менән улы “Әсәй, үҙеңде һаҡла!” тип оҙатып ҡала.
Гөлназ Миңлеғәли ҡыҙы, ирекмән булараҡ, башта Луганск ҡалаһындағы госпиталдә эшләй. Унан инде 2024 йылдың апрелендә бер йылға хәрби контракт төҙөй. Әлеге көндә ул Курскиҙағы хәрби госпиталдә хеҙмәт итә. Бында башлыса һуғыш яланынан тура ошонда алып киленгән яралылар дауалана.
– Уларҙы таблетка һәм уколдар менән дә, йылы һүҙ һәм йөрәк йылыһы менән дә дауалайбыҙ. Бында беҙгә психолог та, әсәй ҙә, яҡын туған да булырға тура килә, – ти Гөлназ.
Шәфҡәт туташының намыҫлы хеҙмәте хәрби етәкселектең маҡтау грамоталары менән дә билдәләнгән. Әңгәмә барышында Саҡмағош ҡыҙындағы рух көсө, илһөйәрлек хисе һоҡландырҙы.
– Арттырып та, маҡтанып та әйтмәйем: мин – патриот! Төрлө һуғыштарҙа илебеҙ именлеген һаҡлаған ҡартатайҙарымдың рухы минең өсөн шат һәм ғорурҙыр, тип уйлайым, – ти ул үҙе лә ҙур ғорурлыҡ менән.
Фото: Гөлназ Хәбированың шәхси альбомынан.