Ғибәҙәтхана башлығына орден тапшырҙылар
Отец Рафаил Королев – Башҡортостандың Шишмә районы Алкин-2 ауылындағы изге Муса Өфө ғибәҙәтханаһы башлығы, ғәскәри частың диндар хәрбиҙәре менән эшләү буйынса командир ярҙамсыһы.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, һуңынан Православие Изге Тихонов гуманитар университетын тамамлаған.
2022 йылдан алып махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр менән аралаша, уларға ҡатмарлы хәлдәрҙе үткәрергә ярҙам итә.
Тормошто Аллаһҡа һәм кешеләргә хеҙмәт итеү менән бәйләргә отец Рафаил йәш сағында уҡ ҡарар итә һәм бер тапҡыр ҙа үҙенең юлынан тайпылмай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2025 йылдың февралендә отец Рафаил Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
Башҡортостан – ғорурланырға сәбәп!
Фото:видеонан скриншот.