Геройҙар дәүере
12 Март 2025, 06:15

Яугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә

"Өс улының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп, уларға көс һәм сабырлыҡ теләйем".

Яугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итәЯугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә
Яугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә

Баҡалы районының Яңы Илек ауылында тыуып үҫкән Артем М. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалына һәм IV дәрәжә Изге Георгий – Георгий Тәреһе орденының отличие билдәһенә лайыҡ булған. Уның хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора.

– Мин геройҙың ата-әсәһенә – Ирина Петровна менән Александр Ивановичҡа миҙалды ҙур хөрмәт менән тапшырҙым. Өс улының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп, уларға көс һәм сабырлыҡ теләйем, – тип белдерҙе Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов.

Райондың Иҫке Маты ауылынан “Өфө” ҡушаматлы тағы бер яугир батырлығы, ныҡлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнде.

Был наградалархәрби хәрәкәттәр зонаһында көн һайын батырлыҡ һәм профессионализм күрһәткән хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ҡаҙаныштарын таныуҙың бик аҙ өлөшө генә. Уларҙың сыҙамлығы һәм бурысына тоғролоғо Ватаныбыҙҙың именлеге һәм яҡлауының нигеҙе булып тора.

Фото: https://t.me/EfimovOA/2241

Яугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә
Яугирҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтеүен дауам итә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас