Бөтә яңылыҡтар

Еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ

Һалдаттар  яҡшы хәбәрҙәргә ышана.

Еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ
Еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ

Яугирҙәр яңылыҡтарҙы күҙәтә, тиҙҙән тыныслыҡ урынлашыуына ышана. Рәсәй һәм АҠШ араһында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй хәрбиҙәреның бурысы асыҡ  һәм Юғары главнокомандующий тарафынан билдәләнгән махсус хәрби операцияның маҡсаттарына өлгәшеләсәк.

Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң хеҙмәт урынына юлланған саҡта һөйләне.

Учалынан  “Ел” позывнойлы өлкән уҡсы, тыныслыҡ мотлаҡ урынлашасағын, оҙаҡ көтөргә түгеллеген  белдерҙе. Хәрбиҙәр ҡаршы яҡтағыларҙың көсөнөң көндән-көн кәмеүен әйтте. “Ел” яуҙа яралар ҙа алған, дауаланғандан һуң ҡабат сафҡа баҫҡан.

 -“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы булдырылғандың тәүге көнөнән үк мин унда. Быға тиклем махсус хәрби операцияла үҙ иркем менән  хеҙмәт иттем, шунан өйгә ҡайттым. Башҡортостан полкы булдырылыуы тураһында ишеткәс, Оборона министрлығы менән оҙаҡҡа һуҙмай контракт төҙөнөм. Ялымды яҡшы уҙғарҙым. Өйҙә ҡатыным, балам көтә. Яҡындарымды һағынғайным, ҡосаҡлап алдым. Һалдатҡа бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк инде? Мин булмағанда эштәр ҙә, әлбиттә, йыйылған. Шуға ла ял мәлендә шундай мәшәҡәттәр менән дә булдым. Барыһын да эшләп өлгөрөп булманы, ике аҙна ваҡыт тиҙ генә үтеп китте. Хеҙмәттәштәрем янына барырға ваҡыт етте. Улар һәр ваҡыт минең уйҙа. Шуға ла фронттағы кәйефтән тулыһынса арынып булмай. Махсус хәрби операция тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әүерелде. Беҙ еңеүебеҙгә, тыныслыҡ урынлашыуына ышанабыҙ, - тине “Ел”

 Өфөлә хәрбиҙәрҙе туғандары һәм яҡындары оҙатты. Республика Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов һәм башҡа вәкилдәр яугирҙәргә изге теләктәрен юлланы.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: