“Потап” позывнойлы яугир Салауат ҡалаһынан махсус хәрби хеҙмәткә алынған. Уға 37 йәш. Армияла хеҙмәт иткән, һуңғы йылдарҙа “Битум” йәмғиәтендә оператор булып эшләгән. Мәскәү технология техникумын тамамлаған. Ғаилә ҡорған, ике бала тәрбиәләй. Яу ҡырындағы батырлығы өсөн Шайморатов миҙалы менән наградланған.
Башҡалар кеүек 2022 йылдың 22 сентябрендә махсус хәрби операцияға саҡырыла. Ике аҙнанан ашыу Пензала хәрби әҙерлек үтә, полигонда төрлө ҡоралдарҙан атырға өйрәнә, артиллерия орудиеларының төҙөлөшө менән таныша, окоптар ҡаҙа.
“Бомба шартлағанын тәү тапҡыр ишетеү ҡурҡыныс булды. Мин 9-сы мотоуҡсылар ротаһының өсөнсө взводына эләктем. Беҙҙе ОМОН егеттәре күп нәмәгә өйрәтте, инструктаж үткәрҙе. Беҙҙе постарға урынлаштырҙылар, аҙаҡ тағы урынды алыштырырға тура килде, октябрҙән ноябрь урталарына тиклем һис тынғы булманы. Дошман артиллерияһын, минометтарын, танк һәм вертолеттарын, самолеттарын эшкә ҡушты. Был тирәлә йәшәгән халыҡҡа ла ауыр ине, уларҙы ла утҡа тоттолар, бер нисә кеше дошман утынан һәләк булды. Эвакуация ойошторолһа ла, күптәр китергә теләмәне.
Беҙҙең төп бурыс – терәк пунктын обороналау. Һәр саҡ уяу булырға кәрәк, ҡайҙан, нимә осоп килерен белмәйһең. Дрондар себен кеүек геүләй. Бер тапҡыр бик яҡын килгән берәүһен дронға ҡаршы мылтыҡтан атып төшөрҙөм. Хәҙер ике йылдан ашыу оборонаның тәүге линияһында хеҙмәт итәм. Ике тапҡыр тылға сығып, хәрби уҡыуҙарҙа ҡатнаштыҡ.
Мин әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялдамын, балалар менән күберәк булырға тырышам. Ошо ваҡыт эсендә техникумды тамамланым, институтта уҡырға теләгем бар”,– тип уйҙары менән уртаҡлаша яугир.
“Потап” блиндаждарын нисек итеп төҙөүҙәре, өйҙәгеләй уңайлы шарттар булдырырға тырышыуҙары тураһында һөйләне. “Был беҙҙең йортобоҙ. Үҙебеҙ ҡаҙҙыҡ, төҙөлөштә ҡулланылған ағас таҡталарҙы ҡулландыҡ, өҫтөнә бүрәнәләр һалдыҡ, тупраҡ менән ҡапланыҡ. Кем ялда өйөнә ҡайта, шул блиндажға кәрәкле әйберҙәр алып килә. Бешеренеү өсөн плитә, ут бар, мунса төҙөнөк. Буш ваҡытта яңы блиндаждар ҡаҙабыҙ, яңы позициялар әҙерләйбеҙ. Барыбыҙ ҙа еңеүҙең беҙҙең яҡта буласағына шикләнмәйбеҙ, уны яҡынайтыу өсөн тырышабыҙ”, – ти “Потап”.