13 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ветерандарҙы социаль яҡлау хәйриә фонды ойошторған музей экспозицияһы менән танышты. Һәм ошонда уҡ легендар комдив исемен йөрөткән ирекле батальон ветерандары советы активы менән осрашты.
Музей экспозицияһын 2023 йылдың көҙөндә махсус хәрби операция ветерандары инициативаһы буйынса булдыра башлайҙар. Улар үҙҙәре бина тапҡан, ремонт үткәргән. Бында хәрби подразделениелар флагтары, ҡорал макеттары, шәхси фронт әйберҙәре, амуниция, хәрбиҙәр йыйған боеприпас ярсыҡтары ҡуйылған. Батальон ветерандары советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Жуков, музей буш тормай, бында һәр саҡ ветерандар һәм яугирҙәр йыйыла, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын сәй эсергә йыябыҙ, тип һөйләне.
Батальон ветерандары экспозицияны тулыландырыу һәм яугирҙәр өсөн сувенир продукцияһы әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Хәйриә фонды директоры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың туғаны Марат Ғәҙелшин, ойошманы ойоштороу идеяһы ирекле батальон яугирҙәренән булды, тип һөйләне. Ул ваҡытта әлеге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ғаиләләренең мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алырлыҡ "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды булмай. Хәҙер инде фонд Башҡортостан яугирҙәре һуғышҡан подразделениеларға гуманитар йөк әҙерләү һәм оҙатыу менән шөғөлләнә. Үҙ аҡсаһына квадрокоптерҙар, ретрансляторҙар, элемтә станциялары, антидрон ҡоролмалар һатып ала. Фондтың попечителлек советы ағзаһы, "Айыу" позывнойлы легендар комбаттың ҡатыны Елена Токарева, ветерандар йәш быуын менән илһөйрлек эшенә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләне. Уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙарҙа батальон ветерандары махсус хәрби операцияның башланыу сәбәптәре, яугирҙәребеҙҙең батырлыҡтары тураһында һөйләй, хәрби амуницияларҙы күрһәтә
– Хәҙер батальон яугирҙәре тураһында материалдар йыябыҙ һәм киләсәктә егеттәребеҙҙең ҡаһарманлығы тураһында китап сығарырға теләйбеҙ. Яугирҙәрҙең әйтеүенсә, музей – ул көс алыу урыны. Һәр яугир тиерлек, ҡыҫҡа ваҡытлы ялда сағында, мотлаҡ бында килә. Беҙгә һәләк булған батырҙарыбыҙҙың туғандары килә, уларға яҡын кешеһенең фотоһы музейҙа булыуын, уны хөрмәт итеүҙәрен һәм хәтерләүҙәрен күреү бик мөһим. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ яугирҙәрҙең туғандары менән осраштыҡ, һәләк булған егеттәребеҙҙең әсәйҙәре күп булды. Улар балаларының фотолары янында туҡтала, шым ғына доға ҡыла һәм илай, – тип уртаҡлашты Елена Токарева.
Фонд ҡарамағында шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре комитеты булдырылды. Уны "Хәйләкәр" позывнойлы һәләк булған яугирҙең әсәһе Светлана Щербинина етәкләй. Фондтың үҙенең юрисы бар – ул яуҙан яраланып ҡайтҡан батальон ветераны Азамат Үтәгәнов. Ә күптән түгел республика Башлығы уға генерал Шайморатов орденын тапшырған.
Фонд үҙенең мөмкинлектәренән сығып махсус хәрби операция ветерандарына эшкә урынлашыуҙа, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итергә тырыша. Шайморатов исемендәге батальон ветерандарының күбеһе "Башҡортостан геройҙары" республика программаһында ҡатнашыуға ғариза биргән. Программаның маҡсаты – төбәктең идара итеү командаһында эшләү өсөн ғәмәлдәге һәм яуҙан әйләнеп ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе әҙерләү. Ғаризалар программаның сайтында 2025 йылдың 31 мартына тиклем ҡабул ителә.
Әйткәндәй, Шайморатов исемендәге батальон музейы барыһы өсөн дә асыҡ. Ул Ленин урамы, 43 адресы буйынса урынлашҡан һәм эш көндәрендә 10:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем эшләй.
– Яугирҙәр әйтеүенсә, был урын улар өсөн изге урын. Шуныһы мөһим, аҙаҡ өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡас та подразделение яугирҙәре бергә буласаҡ. Бында уларға йыйылышырға, аралашырға мөмкинлек булдырылған. Һәм беҙҙең бурыс – улар өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырыу тураһында уйлау, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фотолар: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.