“Бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһынып үҫтем”
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр менән уҡыусыларыбыҙҙы йыш таныштырып торабыҙ. Уларҙың холоҡ- фиғелендәге, булмышындағы дөйөм һыҙаттарҙы, уртаҡлыҡтарҙы күреп, ябай ауыл егеттәренең тәүге планға шәхси байлыҡты йәки именлекте түгел, ә намыҫсанлыҡты, туғанлыҡ, Ватанды һөйөү сифаттарын алға сығарыуҙарына ысын күңелдән һоҡланабыҙ. Ил тойғоһо ир намыҫына тыумыштан һалыналыр кеүек. Әллә ата-бабалар кисергән тарих шауҡымы күңелдәрҙә тәрән бураҙналар ҡалдырып, тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк байлыҡ булмағанын оноттормай, унан башҡа йәшәү юҡлығын гелән иҫкә төшөрөп торамы икән? Изге маҡсаттарҙың, уй-хыялдарҙың тап беҙгә мираҫ булып ҡалған ерҙән, тәбиғәттән башланыуы асыҡ, шуға күрә уны һөйөү, ҡәҙерләү ҙә тәбиғи. Ә күп быуатлыҡ данлы һәм фажиғәле тарихыбыҙ – дәүерҙәр хәҡиҡәте, бары киләсәк быуын уны дөрөҫ баһалаһын ине.
Һүҙҙе тарихтан башлауыбыҙ юҡтан түгел. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының Комсомол урамында йәшәгән Васильевтар ғаиләһе менән танышыу беҙҙе алыҫта ҡалған тарихи биттәрҙе яңынан барларға, ностальгия тыуҙырған экспонаттарҙы тотоп ҡарарға, онотолғандарын иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирҙе.
Йорт хужаһы махсус хәрби операцияла яраланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға оҙатылған. Әммә күңеле менән алғы һыҙыҡтағы көн дә үлем хәүефе менән осрашҡан яуҙаштары, окопташтары янында. “Тыныс ҡына иркенләп табын артында ла ултырған юҡ, “мин бында ирәүәнләп сәй һемерәм дә ул, ә егеттәр әлеге мәлдә ни эшләй икән, тип һәр береһен күҙ уңынан үткәрәм”, – тип борсолоуын белдерҙе Валентин.
Ихата ҡапҡаһын асып инеү менән беҙҙе ҡаршылаған йорт музейы хайран ҡалдырҙы. “Бынан ун йыл элек ошо йортто һатып алыу менән музей өсөн урын булдырҙым. Бәләкәйҙән тарих менән ҡыҙыҡһынып үҫтем, йылдар үтеү менән беҙҙең өсөн ҡәҙерле иҫтәлектәр, әйберҙәр күҙ уңынан юғала бара, йәл... Мин бөртөкләп уларҙы йыя башланым, хәҙер күрәһегеҙ, бай ғына коллекция йыйылды. Иҫке “Урал”, “Ява” мотоциклдарын кешеләрҙән һатып алып, ремонтланым, буяным. “Запорожец” машиналары бишәүгә етте, уларҙы төҙөкләндерҙем, һәр береһенә хәҙерҙән ултырып сығып китергә мөмкин”, – ти яугир.
Музей стенаһындағы сертификатҡа күҙ төштө. Йорт хужаһының улы, мәктәп уҡыусыһы Никита Валентинович Васильев, “Бөтә Рәсәй “Беҙҙең йорт -тыуған тәбиғәте өйрәнеү музейы” конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған һәм сертификат менән бүләкләнгән. Йәш тарихсы яҙмышын хәрби юл менән бәйләргә ҡарар иткән, әлеге көндә юғары артиллерия училищеһында белем ала. Васильевтарҙың ҡыҙы Евгения мәктәптә уҡый, шулай уҡ йорт музейын тулыландырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Ғаилә ағзаларында тарих менән ҡыҙыҡһыныуға һөйөү уята һәм боронғо әйберҙәргә һаҡсыл ҡараш тәрбәиәләй алған атай тыумышы менән Ауырғазы районының Таштамаҡ ауылынан. Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. 1991-1993 йылдарҙа Төркмәнстанда, аҙаҡ Германияла хеҙмәт итә. Чечняға өс тапҡыр командировкаға ебәрелә. 2007 йылда Раевкала эш башлай, ғаиләһе менән күсеп килә. Махсус хәрби операция башланғас, 2023 йылдың февралендә хәрби хеҙмәт тәжрибәһенә эйә ир үҙ теләге менән Шайморатов батальонына яҙыла. Хәрби хеҙмәттән бушатылғандан һуң “Росгвардия” сафында хеҙмәт итә. 2023 йылдың сентябренән Салауат Юлаев исемендәге 2-се батальонда хеҙмәт итә.
Яугир Икенсе дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орден миҙалы менән бүләкләнгән, ведомство наградаларына лайыҡ булған. 2024 йылдың ноябрендә Харьков өлкәһендә дошман уты аҫтында ҡалып, ҡаты яралана. “Үҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәре мине ут аҫтынан алып сыҡты, тәүге медицина ярҙамын күрһәтте. Нуриман һәм Салауат районының ҡыйыу егеттәре ине улар, ялан госпиталенә илттеләр. Аҙаҡ Белгород госпитале табиптары ҡулына тапшырҙылар”, – тип яугир хеҙмәттәштәренең алғы һыҙыҡтағы фиҙакәрлеге, ярҙамсыллығы тураһында әллә күпме иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Валентин үҙҙәрен бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткән Әлшәй халҡына, уларҙың күңел йылыһын һалып бешергән тәмле аҙыҡтарына, тәмлекәстәргә, йылы кейем-һалымына ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Беҙгә яҡташтарыбыҙҙан гуманитар йөк даими килеп тора, барыһын да алып таратабыҙ, бер ни ҙә юғалмай. Һалдат бөтә нимәгә лә шат – тоҙло ҡыярмы, йылы ойоҡбаш йәиһә итекме, мәтрүшкәме, сәй йәки туҡмасмы, барыһына балалай һөйөнәбеҙ, рәхмәт әйтәбеҙ. Ғөмүмән, тыуған республикабыҙ яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә. Бик кәрәкле генераторҙар, техника алдыҡ. Әлшәй район хакимиәте тәүге көндәрҙән үк хәрбиҙәрҙең ихтыяжын өйрәнеп, гуманитар йөк оҙата башланы. Туймазынан маскировкалау селтәрҙәре үреүгә махсуслашҡан “Маскита” клубы ирекмәндәренең хеҙмәте баһаап бөткөһөҙ. Раевкалағы Пионерҙар йорто ирекмәндәренең миңә биреп ебәреү өсөн бер төн эсендә маскировка селтәрен үтеп бөтөүҙәре үҙе батырлыҡ! 3-сө мәктәп коллекивы әллә күпме блиндаж шәмдәре эшләп ҡыуандырҙы. Барыһын да һөйләп бөтөрлөк түгел, – ти яугир.
Үҙен һәр саҡ сабырлыҡ менән көтөп алған, яратҡан шөғөлө менән мауыҡҡанына, ҡиммәтле ваҡытын һәм аҡсаһын иҫке, боронғо әйберҙәр йыйыуға, ауылдар буйлап эҙләнеүҙәргә сарыф итеүенә күнегеп, яйлашып бөткән ҡатыны Юлия Геннадьевнаға ла хөрмәтен йәшермәй яугир. “Ҡатыным да үҙе һиҙмәҫтән мауыҡтырғыс тарихты өйрәнеүгә инеп китте, музейҙы тәртиптә тотоуҙа, һаҡлауҙа, яңы экспонаттар туплауҙа ярҙамлаша. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең дә ошо мөһим шөғөлдө үҙ итеүҙәренә өмөтләнәбеҙ, уларҙа тарихҡа һаҡсыл, дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләргә теләйбеҙ”, – ти яугир һәм донъялар тынысланыу менән эшен тағы ла нығыраҡ йәнләндермәксе.
Динә Арыҫланова.
Әлшәй районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.