Бөгөн, 16 мартта, ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙәр йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә "Өфө-Арена" спорт комплексында үтте.
Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары, полковник Дмитрий Литвяков Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән яугирҙарға хәрби батырлыҡтары өсөн, ә уларҙың ғаиләләренә ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бөтәһенә лә сәләмәтлек һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
Яугирҙәр әйтеүенсә, ял ваҡытында улар йыйылған мәсьәләләрҙе һәм көнкүреш проблемаларын хәл итергә тырыша: кемдер фатирҙа ремонт эшләй, оло йәштәге ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә. Иң мөһиме - яҡындарың менән ваҡыт үткәреү, балалар менән аралашыу. Ҡайһы бер яугирҙар «Батырлыҡ дәрестәрендә» ҡатнашып, уҡыусыларҙың төрлө һорауҙарына яуап биреп өлгөрә.
Яугирҙарҙың береһе билдәләүенсә, үҫмерҙәрҙең күбеһе МХО зонаһында барған ваҡиғалар менән етди ҡыҙыҡһына, уларға Рәсәй һәм республика яҙмышы битараф түгел. Шуға күрә, ял ваҡыты аҙ булыуға ҡарамаҫтан, хәрбиҙәр уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙан баш тартмай.
Сара көслө ямғыр арҡаһында спорт комплексы фойеһында үтте, унда ҡатнашҡан һәр кем яугирҙәргә именлек, хәйерле юл теләп ҡалды.
Ринат РАЗАПОВ фотоһы.
Сығанаҡ: “Республика Башкортостан" гәзите.