Бөтә яңылыҡтар
10

Йәшәү көсө - даими иғтибар тойоуҙа

Архангел районында МХО яугирҙәренең яҡындарына, ветерандарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә. 

Йәшәү көсө - даими иғтибар тойоуҙа
Йәшәү көсө - даими иғтибар тойоуҙа

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Улар Архангел районында уңышлы тормошҡа ашырыла, ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының урындағы социаль координаторы Регина Ишмөхәмәтова.

Уның әйтеүенсә, МХО ветерандарының, махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындарының хәлен белешеү, даими контролдә тотоу маҡсатында ауылдарҙа күсмә ҡабул итеүҙәр йыш ойошторола. Комиссия составында район Советы, хакимиәте вәкилдәре, урындағы Күп функциялы үҙәк, дауахана, “Ғаилә”, мәшғүллек хеҙмәттәре белгестәре, социаль координатор була. “Ошо рәүешле халыҡҡа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү мөмкинлегенә эйәбеҙ, – ти Регина Ишмөхәмәтова.– Күптән түгел районда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын берҙәм ҡабул итеү көнө уҙғарылыуы ла ҙур ярҙам булды. Унда, төбәк власы саҡырыуы буйынса, Рәсәйҙең Социаль фонды, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре килде, шулай уҡ үҙебеҙҙең Архангел үҙәк район дауаханаһының баш табибы ҡатнашты. Ҡабул итеү сараһына килгән һәр кем тейешле ярҙам алды”.

Инвалидлығы булған МХО ветерандары өсөн йәшәү урынын ҡулайлаштырыу – республикабыҙҙа мөһим мәсьәләләрҙең береһе. “Бер йыл элек Архангел районы ведомстволары ағзаларынан торған комиссия һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән контрактсы яугирҙең йортона барып, уға уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн үлсәмдәр алғайны, – ти социаль координатор. – Һөҙөмтәлә өй тейешенсә ҡулайлаштырылды, махсус ҡоролмалар ҡуйылды, хәҙер ветерандың тормошо, хәрәкәтләнеүе күпкә еңеләйҙе”.

Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе һаулыҡ мәсьәләһенә ҡағылышлы, ти ул. Яугирҙәрҙең өлкән йәштәге ата-әсәләре социаль координаторҙың даими контролендә, уларҙы табиптарға ҡабул итеүгә яҙҙырыу, дарыуҙар алып биреү, сират проблемаһын хәл итеү һ.б. – барыһы ла оло яуаплылыҡ менән теүәл алып барыла. “Урындағы хакимиәт, Ветерандар советы һәр саҡ ярҙам итә. Берҙәм көс менән яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына шифаханаға путевкалар юллайбыҙ, баш ҡалалағы реабилитация үҙәктәренә лә дауаланырға ебәрәбеҙ”, – ти Регина Ҡадир ҡыҙы.

Райондағы төрлө яҡлы ярҙам саралары яугирҙәрҙең, ветерандарҙың социалләшеүенә ҙур йоғонто яһай. Улар һынауҙарға бирешмәй, алға ынтыла, тормошҡа яраҡлашырға тырыша.

Быны дәлилләп, мәҫәлән, Архангелдән МХО ветераны, Батырлыҡ ордены кавалеры Камил Юлбарыҫов инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса үткәрелгән “Абилимпикс” милли чемпионатының финалында ҡатнашып ҡайтҡан. Ул ярышта тотош республиканың намыҫын яҡлаған. Эксперттар алдында “Ашнаҡсы эше” компетенцияһында һөнәри оҫталығын күрһәтеп, юғары баһа алып ҡайтҡан.        

– Беҙ һәр кем менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, башҡарған эштәребеҙ һөҙөмтәле булһын тип тырышабыҙ, – ти Регина Ишмөхәмәтова. – МХО яугирҙәренең, уларҙың яҡындарының, ветерандарҙың ябай, яҡшы күңелле булыуы ла эшебеҙгә ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, әлеге вазифаны атҡара башлағанда махсус хәрби операция биләмәһенә контракт буйынса китеп һәләк булған яугирҙең әсәһенә шылтыратырға ҡурҡыңҡырап ултырғаным хәтерҙә: “Нисек яуап бирер? Әрләп ташламаҫмы?” Әммә хәүефләнеүем бушҡа булды, яугирҙең әсәһе бик матур һөйләште, уға республикабыҙҙа күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләнем, барыһын да аңлаттым. Һөҙөмтәлә документтар туплауҙа ярҙамлашып, герой әсәһен төбәгебеҙҙең иң яҡшы шифаханаһына ебәреүгә өлгәштек. Хәҙер инде бындай булышлыҡ байтаҡ кешегә күрһәтелде.

Районда МХО яугирҙәренә, уларҙың яҡындарына, ветерандарға рухи ярҙам күрһәтеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, күптән түгел “Йөрәктән – йөрәккә” тип аталған аралашыу үҙәгендә яугир әсәләре менән осрашыу уҙғарылған. “Ҡатын-ҡыҙ – Еңеү йөҙө” тигән сарала Валентина Мельникова (уның улы өс йыл инде алғы һыҙыҡта), Наталья Антипина, Нина Ҡудашева (улдары МХО биләмәһендә һәләк булған) өсөн 8 Март уңайынан айырым тәбрикләү һүҙҙәре еткерелгән, бүләктәр тапшырылған. Хөрмәтле әсәйҙәр улдары хаҡында һөйләп, күңелен бушатып, иғтибарға, ихтирамға һөйөнөп ҡайтҡан.

– Ошондай саралар бик кәрәк, – ти социаль координатор. – Матди ярҙамдан бигерәк аралашыу мөһим. Был йәһәттән артабан да киң эшмәкәрлек алып барыласаҡ.

Фотолар Р. Ишмөхәмәтованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Йәшәү көсө - даими иғтибар тойоуҙа
Йәшәү көсө - даими иғтибар тойоуҙа
Йәшәү көсө - даими иғтибар тойоуҙа
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: