Бөтә яңылыҡтар
10

Алдынғы яугирҙәр иғтибарһыҙ ҡалмай

Радий Хәбиров юғары дәүләт наградалары тапшырҙы

Алдынғы яугирҙәр иғтибарһыҙ ҡалмай
Алдынғы яугирҙәр иғтибарһыҙ ҡалмай

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матур йола буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан алдынғы яугирҙәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. Әле улар тыуған яғына ялға ҡайтҡан.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Үҙәк хәрби округтың 25-се дөйөм ғәскәри армияһы 67-се мотоуҡсылар дивизияһы 31-се мотоуҡсылар полкы механик-водителе, ефрейтор Фрол Ефимов Изге Георгий орденының отличие билдәһе – IV дәрәжә Георгиев Тәреһе менән бүләкләнде.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы генерал Шайморатов ордендарын да тапшырҙы. Был юғары наградаға Үҙәк хәрби округтың  12-се айырым гвардия Кенигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы инженер бригадаһы командиры, гвардия полковнигы Сергей Шевчук һәм Үҙәк хәрби округтың 90-сы гвардия танк дивизияһының 428-се полкы разведкалау ротаһының разведкалау взводы командиры, өлкән лейтенант Радик Хөснуллин лайыҡ булды.

Көньяҡ хәрби округы 3-сө дөйөм ғәскәри армияһының хәрби-патриотик эш буйынса идаралығы командиры урынбаҫары, кесе лейтенант Вадим Шәйҙуллин генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә махсус хәрби операция бурыстарын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандан булған хеҙмәттәштәренә ҙур сәләм күндерҙе. 

Фото:Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: