Улын мәйетханалар буйлап эҙләй торғас, осона сыҡты: Дондағы Ростов ҡалаһында икән. 28 декабрҙә хәрби комиссариаттан: “Һеҙгә ҡара ҡағыҙ бар, килеп алығыҙ”, – тип шылтыраттылар. “Улығыҙ Александр махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды” тигән юлдар яҙылған ҡағыҙ киҫәге йөрәген яндырып тик тора Фәһимәнең. Эштә иҫенә төшһә, илай-илай сығып йүгерә, кеше күрмәгәндә үкһеп-үкһеп, Сашаға әйтергә теләгән һүҙҙәрен әйтеп, ҡысҡырып илай торғас, күҙендәге йәштәре кипте инде.
Декабрҙә үлгән улының февралдә лә табуты ҡайтып етмәүе үҙәген өҙә. Көтә-көтә сәстәре ағарып бөттө бит, ниңә оҙаҡлаталарҙыр, Хоҙайым.
14 ғинуарҙа һәләк булған 39 йәшлек егеттең әсәһенә 23 ғинуарҙа хәбәр итәләр. Февраль башында уны ҡуйып та ҡайттылар.
Көтөү... Шул ваҡыт Фәһимәнең үҙәген өҙҙөрөп, сабыйының тыуыуын көткән ваҡыттары иҫкә төшә. Ул ваҡытта ҡорһағында ине, хәҙер – башында, күңелендә. Йән әрнеткес һағыныу. Улының йылмайыуы күҙ алдынан китмәй. Иркәләп сәсенән һыйпатырға башын теҙҙәренә һалыуы. Иии, балаҡайғынамды, “Яуға китәм, әсәй!” тигәненә ышанмай ниңә генә бәғерҙәрен телдем икән?!
Үле кәүҙәһен күрмәйенсә тороп, барыбер ышана алмай ул. “Улығыҙҙың мәйетен ҡайтарырға әҙерләйҙәр”, – тигәндән хәтһеҙ ваҡыт үтеп китте инде. Барыһын да христиан дине ҡушҡанса итеп тәрбиәләп күмергә ниәтләнеләр. Аяҡ кейемһеҙ ҡайтаралар икән. Ботинкаһын да һатып алып ҡуйҙылар. Христиандарҙа унһыҙ ярамай. Цинк табутты астырырға рөхсәт итерҙәрме? Асабыҙ, ҡарайбыҙ, тип ныҡлы ҡарарға килгәйнеләр былай. Ярай һөйәктәре сит яҡтарҙа сәселеп ятып ҡалмай. Ерҙә тыныслыҡ тапмаған йәне урын-еренә еткереп, доғаларҙы уҡып күмгәс, тынсыр.
Командирҙары: “Улығыҙ батырҙарса һәләк булды. Бик ҡатмарлы хәрби заданиела ҡатнашты ул. Сабырлыҡтар теләйем һеҙгә”, – тип йыуатты Фәһимәне.
Екатеринбургтан – Силәбегә, Силәбенән – Мәғниткә... Шунан Михайловкаға алып ҡайтып, Ер ҡуйынына һалырҙар ғәзизен. Хәлен һорап шылтыратыусыларға яуап биргәндә өшөп, ҡалтырана башлай Фәһимә. Уларға илай-илай хәбәрен һөйләп алһа ла, күңеле бушай. Тиктомалға ҡалтыранып алып китһә лә, төндәрен йоҡо алмаһа ла, табипҡа күренергә уйламай. Үҙенең бар ауыртыныуҙарын төпкә тығып, йәшереп ҡуйған ул. Бөтә хәстәре – көтөү. Уйында – улы. Уны ҡаршы алыу. Һуңғы юлға оҙатыу. Аҙағынан күҙ күрер.
Биографияһын яҙып биреүҙе һорағастар, аптырап ҡалды Фәһимә. 27 йәшлек улы ҡыҫҡа ғына ғүмерендә нимә күреп өлгөрҙө икән? Ҡағыҙ алып тигеҙ хәрефтәрҙе теҙҙе: Шабаль Александр Сергеевич Әбйәлил районының Михайловка ауылында тыуҙы. Ҡалаға күскәндә уға алты йәш ине. Уйын автоматтарына эйәләште. Ошо хаҡта белеп ҡалғас, уны нисек тә әүрәтергә тип, өйгә компьютер һатып алып та ҡаранылар. Малай барыбер урамға тартылды. Бер заман кредит түләп алған компьютер ҙа, үҙе лә өйҙән юҡҡа сыҡты. Полиция бүлексәһендә таптылар күҙҙәре аларған малайҙы. Үҙен күргәс, “әсәй” тип әйтергә лә теле әйләнмәгән улының наркотиктарға ултыртылыуын аңланылар. Доза кәрәк булыуы уны уғрылыҡҡа этәрҙе. Ҡояштай балҡып алдына килеп баҫҡан һыу һөлөгөләй һылыу егеттең алсаҡлығы хайран итерлек ине шул. Берәүҙең дә тәү ҡарашҡа "ошо кеше урлаша, алдаша" тип башына ла инеп сыҡманы. Уның “Әсәйемә шылтыратып ҡына алайым әле” тигәненә ышанып, телефонын тоттороуҙары була, теге “йылп” итеп юҡҡа ла сыға. Урланған телефонды тапшырып, аҡсаһын алғас, доза артынан йүгерә. Ҡалала ла башҡортса таҙа һөйләшкән егет бигерәк тә ауылдан килгәндәрҙе һағауыллай: улар иҫенә килгәнсе, егеттән елдәр иҫкән була.
Фәһимә шуны ла уйлай: иртә, бик иртә төшөргән уны итәгенән. Ауылда йәшәгән өләсәһенә лә Сашаның үҙен генә ебәрә ине. Йәнәһе, үҫкән. Өләсәһенә өй эшендә ярҙам итер, кәртә-ҡураһын ҡарашыр. Үҙҙәре бит бәләкәй саҡтан эшкә егелеп үҫте.
Сашаға дүрт йәш тигәндә, икенсе улы Толикты, ун ике йәшендә өсөнсө улы Никитаны тапҡайны. Бөгөнгөләй хәтерендә, аҡ йомарлам йомғаҡты тотоп ҡайтып ингәс, компьютерҙа уйнап ултырған малайы урынынан да ҡуҙғалманы. “Бына ҡустың бар хәҙер”, – тигәнде лә ишетмәмешкә һалышты. Көйҙөрәһенән ҡарап ҡына ҡуйыуы хәҙер бәғерҙәрен телеп иҫенә төшә Фәһимәнең. Тимәк, ул үҙенә иғтибар талап иткән. Һуҡыр булған даһа ул үҙ балаһына! Ҡосаҡлап алып ярат ине шунда! Тупылдатып арҡаһынан һөйөп, ниңә улай тумһайып ултырыуын белеш ине.
Беренсе ейән булғанға, Саша өсөн ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәре өҙөлөп торҙо. Бигерәк тә ҡәйнәһе ейәненә һүҙ, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырышты. Үҙ балаһынан артыҡ яратты. Саша телләшкән ваҡыттарында Фәһимә тәрбиәләй башлаһа, алдынан алыр ине. Баланы түгел, киленде ғәйепле итергә тырышыуы инеме шулай. “Ҡәйнәм, бала юҡта һөйләшер инек, ул булғанда шымып торһаңсы?” – тип тә ҡараны. Ҡуйманы тәки. Шул боҙҙомо малайҙың холҡон? Баланы әсәһе әрләһә – атаһы шымһын, атаһы тәрбиәләгәндә әсәһе һүҙ әйтмәһен ул.
Ата-әсәһенә берәү ҙә ҡаршы һүҙ әйтергә тейеш түгел. Фәһимәләр шулай үҫте. Олоно оло тип белде. Үҙенең алын бирмәгән, еңергә тырышҡан ваҡыттары күп булды Сашаның. Асырғанып, нәфрәт менән ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарағаны ҡапыл күҙ алдына баҫа әсәнең. Ә Фәһимә улының шул ҡарышҡыр холҡон үҙенсә төҙәтергә тырышты.
Ун ике-ун дүрт йәштәрендә бокс менән мауығып китте Саша. Төрлө турнирҙарҙа ҡатнашып, беренселекте бирмәне. Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә көслө генә тренерҙың ҡулына барып эләкте. Тик... мәкерле тоҙаҡҡа ҡапҡас, бокс бирсәткәләрен, кейемдәрен алып сығып китһә лә, унда барып етмәй ине. Тренеры саң ҡаҡты: “Саша булманы, бына инде ике... өс дәресте ҡалдырҙы...” Велосипед һатып алып биргәйнеләр, уныһы шул көндә үк юҡҡа сыҡты. Һораша башлағас, “урлап алып киттеләр” тине. Бер кем дә теймәгән, бары үҙе башына еткән булыуы әле саҡ зиһененә етә Фәһимәнең. Әсәһенең шәшке бүреге, алтын биҙәүестәре, атаһының ҡиммәтле генә перфораторы ла юҡҡа сығыуына ла шул энә ҡоло ғәйепле.
Өләсәй менән ейән-ейәнсәрҙәр араһында үҙенә күрә мөғжизәүи бәйләнеш була торғандыр. Фәһимә үҙе лә Сабира өләсәһен яратты. Үҫкәндә, эш тип таңдан тороп сапҡан атай-әсәйҙе күрмәй ҙә торғайнылар. Әсәһе күп итеп йомоштарын ҡушып китә, етмәһә. Иҙәнде йыуып ҡуйырһың, аҙбарҙы һеперерһең, һөттө айыртырһың, тағы әллә күпме мәшәҡәт... Сабира өләсәһе генә ҡыҙҙы урамға ҡыуҙы, "ярай, үҙем эшләрмен, балалар менән урамда уйнап ин" тиер ине мәрхүмкәйең.
Ейәнсәрен үҙ ата-әсәһенән йәлләп, ҡурсып, алдынан алып үҫтергәненән, әллә өләсәйҙәр шулай буламы икән, тип тә уйлап ҡуя Фәһимә.
Өләсәһенең мәңгелек йортона күсерен дә һиҙҙе. Сибайҙа училищела уҡып йөрөй ине ул ваҡытта. Нимәлер тотто шунда ебәрмәй, юлға сыҡҡайны, уңышһыҙлыҡҡа осрап тик торҙо, бер түгел, ике автобус ултыртмай китте. Өсөнсөһөндә лә урын булмай сыҡты. Магнитогорскиға барып етеп, электричкала илле-алла менән Сибайға барып етеүгә, ул йәшәгән ятаҡта “Ҡайт, өләсәйең вафат булды” тигән телеграмма көтә ине. Китә алмай ыҙалауҙары шул ҡәҙерлеһенең йәнгә талашып ятҡан ваҡыты булғандыр инде, тигән фекергә килә Фәһимә.
Ә бына әсәһе менән мөнәсәбәттәре үтә һалҡын ине. Талашып та киткеләнеләр. Тыуған йортона ҡайтһа, ун минуттай ғына матур һөйләшәләр ҙә, әсәһе, ҡаты бәрелеп, Фәһимәне үпкәләтә. Ҡыҙыҡай ҡырыҫлана, үҙенә бикләнә.
Әсәһенән яғымлылыҡ күрмәгәс, матур һүҙҙәр ишетмәгәс, улына ла шул мөнәсәбәтте ҡабатлағандыр, уның күңелен йылыта алмағандыр Фәһимә. Бәлки, әсәй шулай булырға тейеш, тип уйлағандыр. “Мин һине кейәүгә бирҙем, шуның менән тамам. Һине ирең бағырға тейеш. Улдарымды өйлө итһәм, еткән. Ә мин һине уҡыттым, шунан башҡа минән бер нимә лә өмөт итмә, ҡалғанын үҙең хәл ит”, – тигән һөйләшеү булдымы араларында, юҡмы, әммә барыһы ла шул төҫтө алды. Әсәһенә лә үпкәләй алмай Фәһимә. Ауыр ваҡыттарҙа ыҙалап уҡытты ул ҡыҙын. Өй төҙөйҙәр ине, етмәһә, атаһы ғәрип, эшләмәй, өйҙә ята, эскеләп тә ала. Ә әсәһе бер түгел, ике эш араһында өҙгөләнә.
* * *
Песчаное тигән ҡасаба эргәһендә беҙҙең егеттәр ут яуына эләккән. Дрондан төшкән мина ярсыҡтары Сашаның тәненә ҡаҙалған, күп ҡан юғалтыуҙан ул вафат булған. Ҡапыл ғына йән бирҙеме икән, әллә йәненә тартҡылаштымы? Үҙе генә белә инде уныһын.
Александр, Анатолий, Никита – ире менән өс малай үҫтерҙеләр. Сергей күрһәтмәгән ыҙаларҙы оло улынан күрҙе Фәһимә.
Сашаның һәләк булыуы хаҡында ишеткәс, Фәһимәгә берәм-берәм дуҫтары яҙа башланы. “Алсаҡ ине, кеше йәнле ине бит ул Саша! Дуҫтары өсөн һуңғы күлдәген дә сисеп бирергә әҙер ине”.
Ситтәр өсөн һәйбәт ине лә ул. Бына яҡындарына ғына күрмәгәнде күрһәтте шул. Өйҙән бер техниканы ҡалдырмай сығарып һатты. Төп баштарына ултырғандарын һиҙмәй ҙә ҡалырҙар ине. Атаһы ла башта уның һәр һүҙенә ышанды. “Эш хаҡымды иртәгә алам, бөгөнгә генә биреп тор әле, ҡайтарырмын”, – тиһә, тоттороп ебәрер ине лә, билдәле кәйеф менән ҡайтып инһә, алданғанын аңлар ине. Фәһимә, аптырағас, бер психологик үҙәккә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Шунда сирле улының алдағына нисек ышанмаҫҡа, нисегерәк итеп һөйләшергә, уға нисек ҡаршы торорға биргән йүнәлештәрен тотто. Үҙенә кәрәкле дозаға аҡсаны алдау, хәйлә менән алырға оҫтарғайны улы.
Өйгә индермәгән саҡтарында Саша өйҙәренең ишек алдында ташларға ҡуйылып та һаман ырғытылмаған кәнәфигә ҡунаҡлар ине лә, уларҙы күҙәтеп, сәғәттәр буйы шунда ултырыр ине. Уның ас бесәй балаһы шикелле күҙҙәрен күрмәҫкә була ҡабаланып, ҡото осоп үтә ине ул ерҙән Фәһимә. Йәл, әммә йәлләргә ярамай. Юғиһә... Ул тағы ла ҡурҡынысыраҡты күҙ алдына килтерә: наркоман ни генә эшләмәҫ. Бигерәк тә ҡустыларын берәй нәмә эшләтеп ҡуймаһын тип ҡурҡыр ине. Психологик ярҙам һорап барған үҙәк уны үҙ улын дошман күрергә, уның үтенес-ялбарыуҙарына ҡолаҡ һалмаҫҡа ныҡлы көйләгәйне шул. (Дауамы бар).