Мәҡәлә
Александр Даниловтың “Камиллыҡҡа юл” күргәҙмәһе асылдыОло йөрәкле әсәйҙәрҙе, көслө рухлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләнеләрӨфө гимназияһына яугир ҡыҙын күрергә килгән "Берәй файҙаһы бармы һуң ул ураҙаның?"Яҙғы ташҡын буйынса көнүҙәк мәғлүмәтБалаларының ашарына табыр өсөн эшкә сыҡҡан булған...Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға әҙерлек кәңәшмәһендә ҡатнаштыКүрше ҡаланы һыу баҫҡан Ауыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралдыЯнғынға ҡаршы тороу өсөнДүрт яҡташыбыҙ мәңгелеккә ер аҫтында ҡалдыБалаларға шәп ял урыны булдырыла“Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары“ конкурсы: 25 йыл сифат һағында“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡБизнес-берләшмә вәкилдәре менән асыҡ диалог ойошторола Шау гөл-сәскәгә күмеләм тиһәң...Кәүҙәһен һаман таба алмайҙар Башҡортостан игене Азияға оҙатылаАғиҙел аша күперҙе йүнәтәләр
Бөтә яңылыҡтар
10

"Карман" өсөн кәртәләр юҡ

Унда ла тыныслыҡ килһен өсөн, ҡулыма ҡорал алдым.

"Карман" өсөн кәртәләр юҡ
"Карман" өсөн кәртәләр юҡ

Бәләбәй районында булғанда ғәжәйеп батыр уҙаман менән осраштыҡ. Дөрөҫөрәге, яугир менән "Ватанды һаҡлаусылар" Дәүләт фондының Бәләбәй районы буйынса координаторы Юлиә Хөсәйенова таныштырҙы.

– Эргә-тирәгә ҡарағыҙ әле, ниндәй хозурлыҡ һәм күркәмлек, өҫтәүенә тыныслыҡ тантана итә, – тип һөйләй "Карман" позывнойлы һалдат. – Бына ошондай матурлыҡ, хатта хөрриәт тип тә өҫтәр инем, махсус хәрби операция биләмәһенә лә килһен өсөн, ҡулыма ҡорал алырға мәжбүр булдым.

Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйыусылар – һәммәбеҙ өсөн дә ғорурлыҡ. Әңгәмәсемдән махсус хәрби операция биләмәһендә һалдаттарҙың бер-береһенә теләктәш булыуын, командирҙарын һаҡлауҙарын, дисциплинаның ҡатылығын ишетеп ныҡ ҡыуандыҡ. Тағы ла шундай шатлыҡлы хәбәр бар – дошман ни хәтлем теше-тырнағы менән йәбешеп, төрлө хәйләләләргә барып сигенмәҫкә маташмаһын, барыбер рәсәйҙәр көн дә алға барыуын дауам итә. Тимәк, Еңеүгә лә күп ҡалмағанлығын асыҡ тойомларға мөмкин.  

"Карман" һөйләүенсә, башҡортостандар менән разведкаға барырға була. Командирҙар һәр саҡ батыр аҙымдары, ҡыйыу эштәре өсөн Башҡортостан һалдаттарын маҡтай, бүтәндәргә өлгө итеп ҡуя.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: