Бөтә яңылыҡтар
10

Фондтың да, комиссияның да маҡсаты бер

Дәүләт советының яңы комиссияһы хәрбиҙәрҙе социалләштереү һәм закондарҙы модернизациялау менән шөғөлләнәсәк.

Дәүләт советының яңы комиссияһы хәрбиҙәрҙе социалләштереү һәм закондарҙы модернизациялау менән шөғөлләнәсәк.

Осрашыуҙа Президент ярҙамсыһы, Рәсәй Дәүләт советы секретары Алексей Дюмин һәм Дәүләт советының хәрби хәрәкәттәр ветерандарына – МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе, Әстрхан өлкәһе губернаторы Игорь Бабушкин комиссияның төп бурыстарын, уның составын һәм йыл аҙағына тиклем эш планын тикшерҙе. Игорь Бабушкин һүҙҙәренсә, комиссия составына Дәүләт советының бөтә ғәмәлдәге комиссиялары рәйестәре, профилле министрлыҡтар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инәсәк. Өс йүнәлеш буйынса эшсе төркөмдәр булдырыласаҡ: социалләшеү һәм тормошта урынлашыу (шул иҫәптән реабилитация һәм хеҙмәт мәшғүллеге мәсьәләләре), медицина һәм психологик ярҙамды камиллаштырыу, ведомство-ара үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеү һәм был өлкәлә ҡануниәтте модернизациялау.

-МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн күп эшләнә, шулай ҙа тиҙ арала хәл итә торған проблемалар бар. Күберәк төбәктәрҙе, уларҙың социаль һәм медицина учреждениеларын йәлеп итеү талап ителә. Фронттан ҡайтҡан егеттәргә ярҙам итеү, тыныс тормошта үҙҙәрен табыу өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейеш. Уйланырға ваҡыт юҡ. Комиссия эшен бик етеҙ башлап ебәрергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Дюмин.

Игорь Бабушкин төбәк власть органдарының һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондының тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә тейешлеген билдәләне.

-Фонд аныҡ кешеләр менән эшләй, ә комиссия дөйөм проблемалар һәм системалы һорауҙар менән шөғөлләнәсәк. Беҙҙең бурыс - фондҡа һәм төрлө кимәлдәге власть органдарына был проблемаларҙы хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырыу. Фондтың да, комиссияның да маҡсаты – МХО-нан ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙың һәм уларҙың ғаиләләренең уңайлы тормошон тәьмин итеү, - тип һөйләне Игорь Бабушкин.

МХО ветерандарына ярҙам итеү менән Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы шөғөлләнә. Ул 2023 йылдың 1 июненән эшләй. Республикала бөтәһе 106 социаль координатор. Улар бөтә муниципалитеттарҙа ла бар, ә ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа икешәр. 2025 йылдың 20 мартына ҡарата “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалына 38 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, 105 мең һорау килгән, уларҙың 98 меңдән ашыуы хәл ителгән.

Фондҡа йыш ҡына хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыуҙа, МХО-ла ҡатнашҡан өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ фонд филиалы табиптар, медицина психологы, юридик консультациялар ойоштора, инвалидлығы булған МХО ветерандарының торлағын яраҡлаштыра.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.

Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ. Алдан консультацияны 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Башҡортостанда бөтәһе 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Тулы исемлекте республика Хеҙмәт министрлығының рәсми сайтында табырға мөмкин: https://vk.cc/cmFy7C.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: