Бөтә яңылыҡтар
10

Һәр иртәне теләк теләүҙән, доға уҡыуҙан башлайбыҙ

ти "Звезда". Ул хеҙмәткәрҙәре менән көн һайын 600-800 яугирҙе туйындыра.

Һәр иртәне теләк теләүҙән, доға уҡыуҙан башлайбыҙ
Һәр иртәне теләк теләүҙән, доға уҡыуҙан башлайбыҙ

Уға 31 йәш, Ишембай нефть колледжын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән, “Газпром нефтехим Салават” йәмғиәтендә аппаратсы булып эшләгән. Ғаиләле, ике бала тәрбиәләй. 2022 йылдың 25 сентябрендә повестка алыу менән өлөшләтә мобилизацияға алынған. Армияла өс айлыҡ ашнаҡсылар курсын үтеүе бында ла ярап ҡалған, тәғәйенләнгән урынға барып етеү менән бер нисә яугир менән хәрбиҙәрҙе туҡландырыу эшенә тотонған. Уның ҡул аҫтында ете ашнаҡсы, тип яҙа “Выбор” гәзите.

–Яҡшы яугир – туҡ яугир, мин был хаҡта һәр саҡ иҫтә тотам. Командабыҙ хәрбиҙәрҙе тәмле һәм туҡлыҡлы аш-һыу менән туйындырырға тырыша, – ти Салауат ҡалаһы егете.

“Звезда” хеҙмәткәрҙәре менән көн һайын 600-800 кешене туйындыра. ”Беҙ аш-һыу әҙерләүҙән тыш, ҡоралдар комплекты, бронежилеттар, автоматтар, боеприпастар менән тәьмин ителгән яугирҙәр ҙә. Постарҙа дежурлыҡ итәбеҙ, штабты, келәттәрҙе һаҡлайбыҙ. Мин боеприпастар, яғыулыҡ-майлау материалдары, аҙыҡ-түлек ташыусы тәьминәт ротаһына эләктем. Тәүге ярты йылда айырыуса ауыр булды, көнмө-төнмө, ҡайҙа мөмкин, шунда әҙерләнек. Дошман дрондары һиҙеп ҡалмаһын өсөн бик һаҡ булырға кәрәк, һыу ташыу айырыуса ауыр булды. Скважиналарҙағы һыуҙы тәүҙә тикшерергә кәрәк. Дрондар эшебеҙгә йыш ҡамасаулай, һәр иртәне теләк теләүҙән, доға уҡыуҙан башламай булмай. Гуманитар йөк килеп тора, яңы ғына Мәләүездән ит килтерҙеләр, Салауаттан ирекмәндәр  бик күп кәрәкле әйберҙәр алып килде. Беҙҙе онотмайҙар”, – ти “Звезда”.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Фото: https://gazetavibor.ru/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: