Бөтә яңылыҡтар
10

“Ватан һаҡсылары” филиалына өҫтәмә бина биреләсәк

20 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет урамындағы бинаны ҡараны. Уны “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының төбәк филиалына өҫтәмә рәүештә бирәсәктәр.

“Ватан һаҡсылары” филиалына өҫтәмә бина биреләсәк
“Ватан һаҡсылары” филиалына өҫтәмә бина биреләсәк

20 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет урамындағы бинаны ҡараны. Уны “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының төбәк филиалына өҫтәмә рәүештә бирәсәктәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, филиал баш ҡалабыҙҙың Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ойошма ялһыҙ эшләй һәм көнөнә бында уртаса 70 кеше килә. 2023 йылдың июнендә, эш башлаған көндән алып, бында 38 меңдән ашыу хәрби мөрәжәғәт иткән, белгестәр 104 меңдән ашыу мөрәжәғәтте ҡабул иткән, уларҙың 98 меңен хәл итеп булған.

Бынан тыш, ошо уҡ бинала “Башҡортостан” республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге урынлашҡан.

“Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм 620 квадрат метрҙан торған майҙандың ҙур һорау менән файҙаланыласағы тураһында әйтте. Фонд алдында кәрәкле талаптарға яраҡлы итеп ремонтларға кәрәк. Килгәндәр өсөн парковка, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә.

- Эшебеҙ артҡандан-арта, мөрәжәғәттәр һаны ла үҫә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина. – Яңы бина беҙгә ныҡ кәрәк. Бында социаль координаторҙар күсер тип планлаштырабыҙ.

Башҡортостан Башлығы яңы бинаны ҡуйылған талаптар буйынса ремонтланасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Ихтыяж бар, “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының эш күләме арта – яраланғандан һуң егеттәр өйҙәренә ҡайта, ә махсус хәрби операция тамамланғас, барыһы ла ҡайтасаҡ. Был бина идеаль: Совет майҙанына яҡын - 50 метр. Был ғәҙел  – кеше яуҙа булған, билдәле урынға килгән, аңлау һәм ярҙам тапҡан. Шуға күрә был бина майҙанын дәүләт фонды филиалына бирергә ҡарар иттек. Тиҙ арала ремонтлаясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Алда эш күп – Черниковкала тағы бер бүлексә асырға кәрәк. Ветерандар һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн реабилитациялау үҙәге тураһында ла уйларға кәрәк.

Азат Мөхәмәтйәнов фотоһы.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/event/filial-gosfonda-zashchitniki-otechestva-poluchit-dopolnitelnoe-pomeshchenie-v-istoricheskom-centre-ufy-74819/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: