Бөтә яңылыҡтар
10

Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тиһәләр ҙә...

Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында тыуып үҫкән баҫалҡы ҡыҙ яҙмышын тыуған йорттан алыҫта, махсус хәрби операция зонаһында табыр тип кем уйлаған? 

Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тиһәләр ҙә...
Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тиһәләр ҙә...

Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында тыуып үҫкән баҫалҡы ҡыҙ Русалина яҙмышын тыуған йорттан алыҫта, махсус хәрби операция зонаһында табыр тип кем уйлаған? Һайлап алған тормош юлдашы – Ҡырымда тыуып үҫкән  батыр яугир Денис, тип яҙа “Ейәнсура таңдары”. Яҡташтары шәфҡәт туташы булып эшләгән Русалинаға  социаль селтәрҙә иң яҡшы теләктәрен еткергән.

Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Тик йәш йөрәктәр өсөн бер ниндәй сиктәр, ҡаршылыҡтар булмағанын күреп, ишетеп торабыҙ. Яңы ғаиләне ысын күңелдән ҡотлап, йәштәргә бәхет, именлек теләйбеҙ. Ғаиләләре бронялай ныҡ, мөхәббәттәре ҡояш кеүек яҡты булһын! Күҙ йәштәре бары шатлыҡтан, матур киләсәккә өмөттәрҙән генә тамһын!

 Фото: https://vk.com/public60262717

Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тиһәләр ҙә...
Һуғышта мөхәббәткә урын юҡ, тиһәләр ҙә...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: