Бөтә яңылыҡтар
10

“Пират” позывнойлы яугир ябай һалдат ҡына түгел

ә яҡты хыялдар  һәм өмөттәр менән йәшәгән, тыныс тормошҡа ынтылған хеҙмәт кешеһе лә. 

“Пират” позывнойлы яугир ябай һалдат ҡына түгел
“Пират” позывнойлы яугир ябай һалдат ҡына түгел

Балаҡатай районының Ямаш ауылы егете “Пират” позывнойлы яугир ябай һалдат ҡына түгел,  ә яҡты хыялдар  һәм өмөттәр менән йәшәгән, тыныс тормошҡа ынтылған хеҙмәт кешеһе лә. Яңыраҡ ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып, ғаиләһе, яҡындары ҡурсауында көс йыйып, йәнә хәрби хеҙмәттәштәре эргәһенә ашыҡты.

“Пират” Нөгөш ауылында тыуып үҫкән. Ғаилә ҡорған, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, Ҡарлыхандағы “Карллес” йәмғиәтендә ағас ҡырҡыусы булып эшләгән. Ә махсус хәрби операция башланғас, уның тормошо тулыһынса үҙгәргән. 2022 йылдың 27 сентябрендә яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Яугир фиҙакәрлек менән медицина ротаһында водитель-санитар вазифаһында хеҙмәт итә. Кешеләрҙе ҡотҡарғандағы батырлығы өсөн дәүләт наградалары менән бүләкләнгән – Суворов миҙалына, генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булған, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән наградланған.

Яҡташтары яугир хеҙмәт иткән подразделениеға гуманитар ярҙам сифатында “УАЗ” автомобиле өсөн шиндар, ә нөгөштәр “Нива” автомобиленә аҙыҡ-түлек тейәп оҙатҡан. Батыр яҡташыбыҙҙың иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты  башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу льгота ҡаралған.

Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: