Бөтә яңылыҡтар
10

Барыһы ла Еңеү өсөн

Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, медицина ойошмалары махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға һәм хеҙмәттәштәренә даими ярҙам итә

Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн

Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүгә дәррәү ҡушылды. Бөгөн дә улар был изге ғәмәлде атҡарыуҙан туҡтамай. Улар әҙерләгән гуманитар йөк, окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡалар Тыуған илебеҙ һаҡсыларына тапшырыла.

Яңауыл үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡулдары менән 1100 окоп шәме әҙерләгән. Уларҙың һәр береһе күңел йылыһы һәм һөйөү ҡушылып эшләнгән. Шәмдәрҙе дүрт майҙансыҡта - өлкәндәр поликлиникаһында, стоматология поликлиникаһында, хакимиәт корпусында һәм психиатрия бүлексәһендә - әҙерләгәндәр. Шәмдәр өсөн парафин Яңауыл үҙәк район дауаханаһының Тыуған илебеҙ яҙмышына битараф ҡалмаған хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән. Ә бына картон менән ҡағыҙҙы өйҙән килтергәндәр. Әйткәндәй, Яңауыл ҡалаһының балалар баҡсалары, ашханалары, кафелары хеҙмәткәрҙәре лә был ярҙамдан ситтә ҡалмаған.

“Толпар” балалар туберкулезға ҡаршы шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә Башҡортостан Республикаһының Халыҡ фронты I аша тапшырыла. Был ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн дә берҙәмлек һәм татыулыҡ кеүек сифаттар хас. Шифахананың профсоюз ойошмаһы хакимиәте менән берлектә махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. “Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусылар менән ғорурланабыҙ һәм дөйөм эшкә көс һалабыҙ”, - ти улар.

Октябрьский ҡалаһындағы 1-се ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре махсус оҫталыҡ дәрестәрендә маскировкалау селтәрҙәрен үрергә өйрәнгән. Һәммәһенең дә белеүенсә, маскировкалау селтәрҙәре яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай.

Республика кардиология үҙәге сираттағы гуманитар йөктө оҙатҡан. Былтыр медицина ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре 500000 һум тирәһе аҡса йыйған һәм махсус хәрби операция зонаһына 41 посылка ебәргән. Ә бына Республика психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙҙең ҡатындарына һәм әсәйҙәренә  “Бишбармаҡ” милли аш-һыу оҫтаханаһында оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Яугирҙәребеҙҙең тыуған яҡтарынан булған иғтибар-хөрмәтте тойоуы мөһим.

Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға һәм хеҙмәттәштәренә даими ярҙам итә: йөҙәрләгән тонна гуманитар йөк, әллә күпме километр маскировкалау селтәре, һалдаттарға хаттар – быларҙың барыһы ла медицина хеҙмәткәрҙәренең изге йөрәктәренән сыҡҡан изге теләктәр, яҡшы уй-ниәттәр һәм, әлбиттә, Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу уй-ниәте менән атҡарыла.

Әйткәндәй, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фотолар: социаль селтәрҙән.

 

 

Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн
Барыһы ла Еңеү өсөн
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: