Өфө ҡалаһы егете Венер Рәшит улы Камаловтың яу юлы – ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө ул. Дуҫы менән өс ай фекер алышҡандан һуң, 2023 йылдың сентябрендә МХО-ға юлланырға ныҡлы ҡарарға килеп, килешеү төҙөй. Бер аҙҙан ул 30-сы бригадала минометсы булып хеҙмәт итә башлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның хеҙмәте етди һынауҙар менән билдәләнә. Ул стратегик нығытма позицияһын биләү маҡсаты булған операцияла ҡатнаша. Әммә биш кешенән торған яугирҙәр төркөмө маҡсатҡа етергә 100 метр ҡалғас, дошмандың көслө уты аҫтына эләгә. Был хәл үкенесле юғалтыуҙар алып килә: бер иптәше һәләк була, тағы икәүһе яралана.
Ошо мәлдә Венер иҫ киткес ҡыйыулыҡ күрһәтә. Башына мина ярсығы эләгеп, йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, аяғы өҙөлгән иптәшенә тәүге ярҙам күрһәтә, жгут һалып, яраларын бәйләй. Үҙен уйламай иң тәүге сиратта иптәшенә ярҙамға ташланыуы, ауыр хәлдә юғалып ҡалмауы уның көслө рухы хаҡында һөйләй.
Ҡаты яраланғандан һуң, яугир госпиталдә дауаланып, бер аҙҙан өйөнә ҡайта. Әле ул пенсия һәм инвалидлыҡ буйынса пособие юллау менән мәшғүл. Венер Камаловтың батырлығы юғары баһалана: һигеҙ ай үткәс, яу яланында күрһәткән хеҙмәттәре һәм фиҙакәрлеге өсөн “Батырлыҡ өсөн”миҙалы менән бүләкләнә.