Бүздәк районының уңған хужабикәләре, етеҙ килен-еңгәләре Еңеүгә үҙ өлөштәрен индереүҙе дауам итә.
“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһына ярашлы, Килем ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә тәмле туҡмас ҡырҡып ебәрергә булды. Руния Йәғәфәрова, Тәғзимә Ҡорбанова, Леда Ғәлимова, Лира Нәҙершина, Гүзәл Ҡорбанова, Фәнүзә Латипова, Сажиҙә һәм Ләлә Чанышевалар, Әлмира Насирова һәм Фәриҙә Ҡадирова ең һыҙғанып эшкә тотондо.
–Бөтә күңелебеҙҙе һәм тырышлығыбыҙҙы һалып әҙерләгән аҙығыбыҙ аҙ булһа ла егеттәребеҙҙең кәйефен күтәрер, хеҙмәтен еңеләйтер, тип өмөтләнәбеҙ. Ауыр шарттарҙа тыуған яҡтан алыҫта Ватанды һаҡлаған яугирҙәребеҙ өй йылыһын, беҙҙең һөйөүебеҙҙе тойһон, тип теләйбеҙ. Тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Еңеү менән!– ти Килем ҡатын-ҡыҙҙары.