Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Ул генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряд базаһында үтте. Республика етәксеһе яугирҙәрҙе профессиональ байрамдары менән ҡотланы һәм намыҫлы хеҙмәттәре һәм бурыстарына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Росгвардия илебеҙҙең ышаныслы терәге булып тора. Һәр көн хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм милли гвардия хеҙмәткәрҙәре мөһим бурыстарҙы үтәй – йәмәғәт тәртибен тәьмин итә, стратегик объекттарҙы һәм инфраструктураны һаҡлай, енәйәтселеккә, террорлыҡҡа һәм экстремизмға ҡаршы тора, – тине республика етәксеһе. – Һеҙҙең профессионаллек, илде, граждандарҙы һаҡлауға әҙер булыуығыҙ тәрән хөрмәт уята. Һеҙ – Ватанға хеҙмәт итеүҙең ысын өлгөһө. Һеҙҙең хәрби тәжрибә, фиҙакәрлек тулыһынса ауыр һынауҙарҙа сағылды. Беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандарҙың иҫтәлеген онотмаясаҡбыҙ. Уларҙың батырлығы мәңгелеккә йөрәктәрҙә ҡаласаҡ.
Башҡортостан Башлығы доброволецтарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһындағы ирҙәрсә ҡыйыу ҡарарын билдәләне һәм республика яҡташтарына ярҙам күрһәтеүҙә бөтә йөкләмәләрен үтәйәсәгенә ышандырҙы.
– Росгвардия яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында яуаплы бурыстар башҡара. Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге батальондар Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең Көньяҡ федераль округы составында хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республиканың власть органдары һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. Һүҙ бында махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәр тураһында бара.
Радий Хәбиров Росгвардия яугирҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәм һәләк булған яугирҙең атаһына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.