Бөтә яңылыҡтар
10

Өфөлә сик һаҡсыһы, Герой Владимир Черкасовты иҫкә алдылар

1943 йылдың 15 октябрендә сержант В.И. Черкасов үҙенең пулемет расчеты менән беренселәрҙән булып Днепр аша сыға һәм йылғаның уң яҡ ярында урынлаша. Дошманға ҡаршы пулемет уты асып, башҡа төркөмдәрҙең йылға аша сығыуына булышлыҡ итә. Шул уҡ мәлдә ҡаршы яҡтың өс һөжүмен кире ҡаға, 50 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә... 

Өфөлә сик һаҡсыһы, Герой Владимир Черкасовты иҫкә алдылар
Өфөлә сик һаҡсыһы, Герой Владимир Черкасовты иҫкә алдылар

Өфөләге Еңеү паркында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған сик һаҡсыларының тыуып үҫкән, эшләгән урындары буйынса ойошторолған Хәрби-патриотик эстафета башланды. Башҡортостанда улар – ете кеше. Артабан эстафета райондарҙа дауам итәсәк. Сара Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Баш ҡалала ойошторолған маршрут: Еңеү паркы – бөтә быуын сик һаҡсыларына һәйкәл – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең тарихи музейы – Ауыл Богородский урамы, 6/1-се йорт. Эстафета Өфөлә тыуып үҫкән, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләгән кеше, сик һаҡсыһы, Советтар Союзы Геройы Владимир Иванович Черкасовҡа арналды.

Көн дауамында төрлө саралар үтте, сик һағы ветерандары, МХО-ла ҡатнашыусылар сығыш яһаны, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе музейына эстафетаның символы тапшырылды, кадеттар күрһәтмә сығыштар тәҡдим итте.

Акцияны ойоштороусыларҙың береһе – сик һаҡсыһы Валерий Петряков әйтеүенсә, ветерандар эҙәрмәнлек эштәре ойоштороп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ете сик һаҡсыһының Башҡортостандан булыуын асыҡлаған. Уларҙың барыһының да исем-шәрифтәре билдәле. Һәр геройға арнап эстафета үтәсәк.  

Владимир Иванович Черкасов 1918 йылдың 23 июнендә Өфөлә тыуған, 1943 йылдың 22 октярендә һәләк булған. 188-се Аргун уҡсылар полкының пулемет расчеты командиры булып хеҙмәт итә (106-сы Байкал аръяғы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт).

Владимир Иванович Черкасов мәктәптә ете класты тамамлай. 1943 йылдан ВКП (б)-ға кандидат була. Рыбинск машиналар эшләү, Өфө моторҙар эшләү заводтарында токарь, бригадир булып эшләй. 1938 йылда Өфө ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһындағы бәрелештә ҡатнаша. 1943 йылдың 15 февраленән Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк фронты яугире. 1943 йылдың 22 октябрендә һәләк була һәм Белоруссияның Гомель өлкәһенең Лоев районындағы Чаплин ауылында ерләнә. Уның батырлығы тураһында бына нимәләр яҙылған:

“1943 йылдың 15 октябрендә сержант В.И. Черкасов үҙенең пулемет расчеты менән Лоев ҡасабаһы эргәһендә (Гомель өлкәһе) беренселәрҙән булып Днепр аша сыға һәм йылғаның уң яҡ ярында урынлаша. Дошманға ҡаршы пулемет уты асып, башҡа төркөмдәрҙең йылға аша сығыуына булышлыҡ итә. Шул уҡ мәлдә ҡаршы яҡтың өс һөжүмен кире ҡаға, 50 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә; 16 октябрҙә сафтан сыҡҡан рота командирын алмаштыра һәм плацдармдағы алыш менән идара итә”.

1943 йылдың 30 октябрендә Владимир Черкасовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-03-20/spustya-80-let-posle-voyny-v-ufe-vspomnili-geroya-pogranichnika-vladimira-cherkasova-4165561 

Фото: БР буйынса Рәсәй УФСБ-һынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: