Бөтә яңылыҡтар
10

Тыуған яҡ йылыһы алып

Сираттағы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ялдан хәрби бурыстарын үтәү урындарына оҙатыу тантанаһы үтте.

Тыуған яҡ йылыһы алып
Тыуған яҡ йылыһы алып

Ғәҙәттәгесә, оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үткәрелә. Махсус хәрби операция башланғандан алып 370-тән ашыу колонна хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бергә отпускыға һәм кире ҡайтҡандарҙы оҙатыу тәьмин ителгән.

Был юлы яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән бер нисә хәрби частан мобилизацияланған яугирҙарҙы оҙаталар. Улар менән һөйләшкәндә күптәрҙең дүртенсе тапҡыр отпускыға ҡайтҡаны асыҡланды: мобилизация башланғандан алып 2,5 йыл үткән, ә отпуск 6 ай һайын бирелә. Ҡариҙел районынан "Аҡ" ҡушаматлы яугир ҡултыҡ таяғына таянып, иптәштәрен оҙатырға килгән. “Минең атайым махсус хәрби операцияға мобилизацияланғайны, ул яуҙан аяҡһыҙ ҡайтты. Шунан һуң мин үҙ теләгем менән барырға булдым. Бер нисә тапҡыр яраландым, әммә һауыҡҡас, яңынан барасаҡмын! Штурмовиктар унда ысын батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә, һәм улар иң юғары наградаларға лайыҡ, - ти “Аҡ”.

 Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республика хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы полковник Спартак Джикаев һәм Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Солтан Баҙыҡов ҡатнашты. Тантана башында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яугирҙарға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. “Һеҙҙе, Ватанды һаҡлаусыларҙы - махсус хәрби операция яугирҙәрен, сикһеҙ ихтирам менән сәләмләйем. Ҡайһы бер яугир яҡташтарыбыҙҙы күптән түгел Президент Путин үҙ сығышында билдәләп үтте. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, батырлыҡ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр хәлдә, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Һеҙ ысын геройҙар, патриоттар һәм ватанды һаҡлаусылар, барыбыҙ өсөн дә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө. “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй”, - тип әйтергә яратҡан генерал Шайморатов. Уның батырлыҡ өлгөһө  - яугирҙәр өсөн мираҫ.  Гуманитар ярҙамдан өҙмәйәсәкбеҙ һәм барығыҙҙы ла Еңеү менән өйҙә көтәбеҙ! Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!"- тине Ирек Сәғитов үҙ сығышында.

Яугирҙәрҙе уларҙың ғаиләләре, яҡындары һәм туғандары, ирекмәндәр, йәмәғәтселәр оҙатырға килгән. МХО биләмәһенә улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бүленгән уңайлы автобустарҙа юллана. Бындай иғтибар һәм ихтирамлы мөнәсәбәт уларға көс бирә, үҙ-үҙенә, иптәштәребеҙгә ышаныс һәм дошманды еңеүгә килтерә.

“Беҙ кисергән тойғолар үк ваҡытта ҡайғылы ла, шатлыҡлы ла. Ҡайтҡан һайын тыуған йортобоҙ йылыһы беҙгә көс бирә,  үҙ-үҙеңә ышаныс бирә», - тине яугирҙарҙың береһе.

Тантана тамамланды. «Славянканың хушлашыуы» маршы аҫтында автобустар тағы юлға сыҡты. Еңеү менән  иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын барығыҙға ла!

Сығанаҡ: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fpanoramarb.ru%2Fnews%2Fcare%2F2025-03-29%2Fteplo-rodnogo-ochaga-4177600&utf=1

 

 

 

 

 

 

Тыуған яҡ йылыһы алып
Тыуған яҡ йылыһы алып
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: