Геройҙар дәүере
31 Март 2025, 12:00

“Веселый” хәрби һөнәре менән ғорурлана

 Яугир атайҙың биш балаһы – ике улы һәм өс ҡыҙы бар.

“Веселый” хәрби һөнәре менән ғорурлана“Веселый” хәрби һөнәре менән ғорурлана
“Веселый” хәрби һөнәре менән ғорурлана

Уға был позывнойҙы Пенза ҡалаһында артиллерия училищеһында уҡығанда уҡ иптәштәре егеттең  бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәүе, күңелсәк, алсаҡ  булыуы һәмярҙамсыллығы өсөн таға. Егеткә 33 йәш, Мәскәүҙә тыуып үҫкән, армия хеҙмәтен танк ғәскәрҙәрендә үткән. Армиянан һуң трамвай водителе булып эшләй, аҙаҡ автобусҡа күсә. Баш ҡалала буласаҡ кәләше менән таныша һәм ҡатынының тыуған ҡалаһы Салауатҡа күсеп килә. Яҡшы спортсы, Геройҙар уҙышында ҡатнаша, ҡаршылыҡтар ҡуйылған  23 километр араны йүгереп үтә, ә 43 километрҙы – Алтын ҡулса буйынса. Күп балалы атайҙың биш балаһы – ике улы һәм өс ҡыҙы бар. Бәләкәстәре ошо йылдың февралендә генә донъяға килгән. Ошо мөһим ваҡиға менән бәйле, “Веселый” сираттан тыш ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, тип яҙа “Выбор” гәзите.

– 2022 йылда үҙ теләгем менән Рәсәй Ҡораллы көстәренә яҙылдым. Махсус хәрби операция башланғас, хәрби комиссариатҡа килеп, мине мобилизациялауҙарын һораным. Ошо уҡйылдың сентябрендә мине өс айға Пензаға хәрби әҙерлек үтергә ебәрҙеләр. “Артиллерист” хәрби специальносе буйынса әҙерлек үттем. Армияла механик, наводчик, танк командиры булып хеҙмәт итеүем ярҙам итте.

 Мин айырым танкка ҡаршы дивизиондың взвод командиры урынбаҫары , орудие командиры булып хеҙмәт итәм. Беҙҙең дивизионда егермегә яҡын пушка бар, дошманға һиҙҙермәйенс ә генә хәрәкәт итергә тырышабыҙ. Ә дошман дрондары беҙҙе һағалап ҡына тора, күбеһе Германиянан.

Былтыр ябыҡ позицияларҙан атырға барҙыҡ һәм биш көн эсендә ике блиндажды, ике пулемет расчетын юҡ иттек. Беҙҙе наградларға 35-се армия командующие үҙе килде. Беҙҙе артиллерияның снайперҙары тип атап йөрөтәләр.

Яугирҙәрҙе  яраланыуҙарҙан  19 килограмм ауырлығындағы  бронежилет һаҡлай, автомат, хәрби комплект менән бергә 27 килограмм булып китә.

Беҙҙең дивизионда Пенза һәм Башҡортостан егеттәре  хеҙмәт итә. Иң йәш яугиргә – 23 йәш, иң өлкәненә –50. Тәүге йыл менән сағыштырғанда  беҙ хәҙер ныҡ сыныҡтыҡ, рухыбыҙ көсәйҙе, тәжрибә артты. Яугирҙәр тиҙ өйрәнә, улар үҙҙәренең ни өсөн бөгөн бында булыуын яҡшы аңлай. Былтыр август айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Өлкән ағайым да контрактник. Дүрт тапҡыр яраланыуына ҡарамаҫтан, Донецк эргәһендә һуғыша. Дошман араһында ялланып һуғышҡа ингән хәрбиҙәр күп. Украиндар нигеҙҙә һуғышырға теләмәй.

 Хәрби задание булмағанда инженер эштәре менән мәшғүлбеҙ. Маскировка, орудиены таҙартыу, шәхси ҡоралдарҙы тәртипкә килтереү  һәм башҡа бик күп эштәр менән шөғөлләнәбеҙ. Беҙ бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Блиндажды тәртипкә килтерәбеҙ, мунса инәбеҙ. Блиндаж беҙҙең өсөн өй кеүек, унда бөтә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек  бар. Гуманитар ярҙам килеп тора, шулай уҡ Салауат ҡалаһынан да. Генераторҙар, мейестәр, бысҡылар, балта-сүкеш , техник май һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алабыҙ. Йорт хайуандарыбыҙ ҙа бар. Василь ҡушаматлы бесәйебеҙ, Джуба ҡушаматлы көсөгөбөҙ ҙур, берҙәм ғаиләбеҙҙең ағзалары, – тип һөйләй яугир.

“Веселый” “IV дәрәжә Георгий тәреһе “ ордены, ”Хәрби батырлыҡ өсөн”, “МХО өсөн” миҙалдары менән наградланған.  Беҙ уға уңыштар, һаулыҡ  теләйбеҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, яугир!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.

Фото: https://gazetavibor.ru/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас