Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән “Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән “Башҡортостан” полкы Таһир Кусимов исемендәге батальондың өлкән сержанты Николай Борисов бүләкләнде.
Башҡортостан Башлығы указы менән 12-се айырым гвардия Кенигсберг-Городок Жуковтың Ҡыҙыл Байраҡлы инженер бригадаһы гвардия лейтенанты Денис Кочев генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Ул тантанаға ҡатыны һәм балалары менән килгән. Улар ҙа Башлығы ҡулынан бүләктәр һәм гөлләмә алды.
Фото: "Башинформ".