Бөгөн, 2 апрелдә, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалында тантаналы шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” танытмаһын, шулай уҡ алғы һыҙыҡта командировкаларға барған, тыл менән фронт араһында күпер, бәйләнеш булдырыуға тос өлөш индергән бер төркөм журналистарға, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ эшҡыуарҙарға, муниципаль хеҙмәткәрҙәргә 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы етәкселегенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Был сарала “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының хәрби-сәйәси эш буйынса беренсе урынбаҫары булып хеҙмәт итеп, әле Өфө фән һәм технологиялар универсиетының Хәрби уҡыу үҙәгенә өлкән уҡытыусы булып эшкә күскән Рөстәм Шәһәбетдинов ҡатнашты.
Алғы һаҙыҡтан килгән рәхмәт хаттарын Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа, "Республика Башкортостан" дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - "Республика мәғлүмәт үҙәге" нәшриәт йорто директоры Айнур Дәүләтбәковҡа, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының мәғлүмәт программалары баш редакцияһы коллективына, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш мөхәррир урынбаҫары Айнур Кәбировҡа, Мәғлүмәт программаларының баш редакцияһы комментаторы Азат Саҙрыевҡа, “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаеваға, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосоповҡа, Саҡмағош районының Рапат ауыл советы хәкимиәте башлығы Ләбиб Ғүмәровҡа, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдиновҡа, Саҡмағош районынан Илвир Кадраевҡа, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы водителе Иван Шабринға тапшырҙылар.
Шулай уҡ сарала ”Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Наил Вәлиев, Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды генераль директоры Элиана Сәйетова, Башҡортостан Республикаһының “Чернобыль” инвалидтар һәм ветерандар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гүзәлиә Михеева менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, ”Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе:
– Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ветеранлыҡ танытмалары, журналистарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Беренсенән, бындай саралар беҙҙә йыш ҡына үтеп тора, сөнки шәхси хәрби компаниялар менән беҙ тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙ уларға ошондай танытмалар юллау буйынса эшләгән берҙән-бер ойошма.
Икенсенән, журналистарыбыҙ ҙа махсус хәрби операцияны, яугирҙәребеҙҙе, ҡаһармандарыбыҙҙы яҡтыртыу буйынса ҙур эш алып бара, уларҙы илгә, халыҡҡа күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта улар алғы һыҙыҡта торған яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүсе республика халҡы тураһында ла һөйләй. Бөгөн киң мәғлүмәт сараларының ошолай эшләүе бик кәрәк, беҙ уларға рәхмәтлебеҙ.
Өсөнсөнән, беҙҙең Фонд хеҙмәттәшлек тураһында 90-дан ашыу килешеү төҙөнө. Был килешеүҙәрҙең һөҙөмтәһе бар. Бигерәк тә ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем эшләйбеҙ, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, министрлыҡтар, ведомстволар менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Психологик ярҙам күрһәткән реаблитация ойошмалары беҙҙең яугирҙәребеҙгә тыныс тормошҡа ҡайтыуға ярҙам итә. Был бик мөһим сара.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.