Геройҙар дәүере
9 Апрель 2025, 08:30

Олатайҙар намыҫына тап төшөрмәй

Махсус хәрби оперцияға юлланғандарҙың яҡындары “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәтенә әүҙем ҡушылып, ҡулдарынан килгәнсе фронтҡа ярҙам итә, йән яраларына ошонда дауа таба. 

Олатайҙар намыҫына тап төшөрмәйОлатайҙар намыҫына тап төшөрмәй
Олатайҙар намыҫына тап төшөрмәй

Махсус хәрби оперцияға юлланғандарҙың яҡындары “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәтенә әүҙем ҡушылып, ҡулдарынан килгәнсе фронтҡа ярҙам итә, йән яраларына ошонда дауа таба. Ике йылға яҡын маскировка селтәре үрергә йөрөгән Рәсимә Ғәли ҡыҙы менән дә цехҡа селтәр үрергә килгәнендә таныштыҡ.

“Улым алғы һыҙыҡта... Ике аҙна хәбәре юҡ... Яраланып госпиталдә ята...” Күҙҙәре йәш менән сыланырға әҙер торған апай менән осрашҡан һайын һөйләшеп, һәр хәбәрен яҡшыға юрап, өмөтөн өҙҙөрмәй аралашып торҙоҡ. Яңыраҡ  ул тыуған яҡҡа реабилитация үтергә ҡайтҡан яугир улы  менән редакцияға инеп сыҡты.

Ҡаланың 4-се мәктәбендә, унан һуң 39-сы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алған егет Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Себер тарафтарында эшләгән. “Сәләмәтлеккә бәйле әрмелә хеҙмәт итмәһәм дә, ил алдында хәрби бурысты үтәү тураһында хыялландым. Махсус хәрби операция башланыу менән үҙ теләгем менән контракт төҙөнөм”, - ти яугир.

 “Сәлим” “тегендә” үҙен хәрби һәм тактик әҙерлек өлкәһендә яҡшы белгес, хәүефле мәлдәрҙә яуҙаштарын бер ҡасан ла яңғыҙ ҡалдырмаған ҡаһарман итеп күрһәтә. Штурмлаусылар ротаһы командирының яуҙағы хәлдәргә үҙ ҡарашы.

“Махсус хәрби операцияла 40 процент юғалтыуҙар дрон арҡаһында. Бөйөк Ватан һуғышында ауыр техникаға өҫтөнлөк бирелһә, хәҙер улай түгел. Күп осраҡта осоусы аппараттар атаканың уңышлы үтеүен хәл итә. Миҫалға, бер нисә миллион һум торған танкты 300 мең һумлыҡ квадрокоптер еңел юҡ итә. Яңыраҡ үҙ иҫәбебеҙгә бер офицер менән ике осоу аппараты һатып алдыҡ”, - ти “ Сәлим”.

Әйткәндәй, ротаға тәғәйенешле 30-лап хәрби техника өсөн командир яуаплы. Яуҙағы батырлығы өсөн ул “Изге Георгий ордены”ның  билдәһе - IV дәрәжә Георгий тәреһе, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Әле “Сәлим” медицина ярҙамына мохтаж, ә шулай ҙа уның күңеле – “тегендә”, сөнки тамамланмаған эш, иптәштәре өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя.

Олатайҙар намыҫына тап төшөрмәй
Олатайҙар намыҫына тап төшөрмәй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас